Среда, 15 Апреля 2026
|
Уфа
+11 °С
09:59 (UTC+5), 19 Мая 2014

Башҡортостанда журналистар өсөн торлаҡ программаһы әҙерләнәсәк

Розалия Вәлиева
Журналистар өсөн торлаҡ программаһын Башҡортостанда көҙ башына әҙерләйәсәктәр. Бының тураһында Өфөлә 16 майҙа уҙған БР Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы коллегияһының киңәйтелгән ултырышында ведомство башлығы Борис Мелкоедов хәбәр итте.
- Тармаҡ хеҙмәткәрҙәрен торлаҡ менән тәьмин итеү мәсьәләһе элеккесә көнүҙәк, — тип билдәләне Борис Мелкоедов. — Полиграфия өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы – 21 мең һум самаһы, редакция хеҙмәткәрҙәренең – 19 мең һумлап. Бөтәһе лә баҙар хаҡы буйынса торлаҡ һатып ала алмай. Әлеге ваҡытта Матбуғат агентлығы республиканың Журналистар союзы менән берлектә журналистарҙы торлаҡ менән тәьмин итеү йәки шәхси йорт төҙөү өсөн ер участкаһы бүлеү менән бәйле мәсьәләләрҙе хәл итеү буйынса пландар билдәләнде. Торлаҡ программаһын йәй дауамында әҙерләргә планлаштырабыҙ.
Ултырышта бөтә республиканан баш мөхәррирҙәр һәм редакция вәкилдәре ҡатнашты, улар баҫмаларға заманса ысынбарлыҡта кисерергә кәрәк буласаҡ үҫеш тендецияларын, перспективаларҙы һәм кәрәкле үҙгәрештәрҙе тикшерҙе.
- Киң мәғлүмәт сараларынан әүҙем гражданлыҡ позицияларын, йәмғиәттә ыңғай ярҙам һәм кире күренеш менән көрәштә булышлыҡ итеүҙе көтәләр, — тип билдәләне Башҡортостан Президенты Хакимите Етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса урынбаҫары Альберт Мифтахов. — Бындай ысул, минең ҡарашҡа, матбуғат баҫмаларына иҫән ҡалырға ярҙам итәсәк – сөнки күберәк мәғлүмәттәрҙе кешеләр электрон киң мәғлүмәт сараларынан, телевидениенан, радионан ала, бындай шарттарҙа материалдарҙы биреү форматын үҙгәртергә, яңы ысулдар эҙләргә кәрәк, бөтә гәзиттәргә лә электрон порталдар булдырыу шарт.
- Редакциялар селтәргә сығырға һәм унда аҡса эшләй башларға тейеш, — тине Борис Мелкоедов. — Беҙ төбәк һәм урындағы көн тәртибен формалаштырырға, бөтә республика халҡына ҡыҙыҡлы булған Башҡортостанда төп темалар булдырырға тейеш. Бының өсөн ентекле медиаплан төҙөү, темалар эҙләү мөһим.
Коллегия ултырышында Рәсәй Почтаһы көсө менән баҫманы таратыуға субсидияларҙы бөтөрөүҙе лә тикшерҙеләр, шул сәбәпле яҙылыуға хаҡтар артты, ә эксперттар тираждарҙың кәмеүен көтә.
Борис Мелкоедов ҡарарҙың яңынан ҡараласағына ышаныс белдерҙе, сөнки милли баҫмалар, күп кенә район гәзиттәре тейешле ярҙамһыҙ юҡҡа сығасаҡ.
- Яҙылыуҙы һаҡлау варианттарының береһе – уны мөмкин тиклем интернет, кәрәҙле телефондар аша ябайлаштырыу, — тип билдәләне агентлыҡ етәксеһе.
1 из 8
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Эл. почта
inf@bashinform.ru
Адрес
450077, Уфа, Кирова, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Приемная
(347) 250-05-07
Сотрудничество
(347) 250-06-14
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика