Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.63
-0.19
98.85
-0.1
83.03
-0.33
9+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Май 2014, 17:54

Республиканың педагогик йәмғиәте электрон белем биреүҙе хуплай

Сит ил һәм Рәсәй юғары уҡыу йорттарының белем биреү процесында смарт-технологиялар эшенең тәжрибәһен Өфөлә «Смарт-төбәк: электрон белеү биреү мөмкинлектәре» икенсе ғилми-ғәмәли конференцияла тикшерҙеләр.
М.А.Шолохов исемендәге Мәскәү дәүләт гуманитар университетының ғилми-белем биреү үҙәге директоры Марина Вайндорф-Сысоева әйтеүенсә, белем биреү процесында саҡырыуҙар һәр саҡ яңы булды.
Уҡытыусыларҙың цифрлы белемлелеге булмау Рәсәйҙә электрон белем биреүҙе алға этәреүҙә төп тотҡарлыҡтарҙың береһе булып тора.
- Бөгөн программа тәьминәте, продукттар, ресурстар менән эшләргә белеү генә мөһим түгел. Дөрөҫ педагогик фекерләүгә эйә булыу мөһим. Уны формалаштырыу ауыр. Ҡайһы берҙә юғары уҡыу йорто уҡытыусыһы тәжрибәле заманса профессиональ педагог юлында үҙе ҡаршылыҡ булып тора, ә бит ул иң һуңғы мәғлүмәткә, инновацияларға эйә булырға тейеш. Белергә, аңларға һәм белем биреү процесын мауыҡтырғыс итеп үткәрергә, уҡытҡандар менән бер телдә һөйләшергә – бына шулай эшләргә тейеш заманса педагог. Уҡытыусы бөтә нәмәне ситкә ҡаҡҡанда бер нимә лә эшләп булмай, — тип билдәләне Марина Вайндорф-Сысоева.
Мәскәү университетының ғилми үҙәк директоры, электрон белем биреүҙе индереү өсөн Башҡортостанда бөтә шарттар ҙа булдырылған, тип өҫтәне. «БР электрон белем биреү» белем биреү ойошмалары ассоциацияһы эшләп килә.
Конференцияла шулай уҡ ресурстар банкын ойоштороу һәм уҡытыусыларҙың квалификацияларын күтәреү системаһын әҙерләү кәрәклеге билдәләнде.
- Был йүнәлеште үҫтереү өсөн беҙҙең республикаға белгестәр кәрәк, мәғлүмәт технологиялары буйынса уҡытыусылар ғына түгел, — тип билдәләне Башҡортостандың мәғариф министры урынбаҫары Руслан Хәбибов. — Был йүнәлеш республика мәктәптәрендә, урта һәм юғары белем биреү йорттарында ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра. Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институты нигеҙендә өс кимәлдә Республика электрон белем биреү үҙәге ойошторолған һәм эшләп килә. Кәрәкле ҡорамалдар алынған, БР Мәғлүмәти технологиялар буйынса агентлыҡ менән эш барышында бөтә ойошмаларыбыҙҙың 68 процентында интернет тиҙлеге секундына ике мегабитҡа тиклем арттырылды. Йыл аҙағына тиклем был күрһәткестәрҙе 90 процентҡа тиклем еткерергә планлаштырабыҙ. Республиканың күп кенә мәктәптәре берләшкән коммуникациялар системаһына тоташҡан, унда көн һайын дистанцион дәрестәр бара. Дәрестәргә системаның һәр ҡулланыусыһы тоташа ала, расписаниеһы www.edu02.ru порталында урынлашҡан.
Таиландтан ғилми форум ҡунағы – Шрипатум киберуниверситеты профессоры Ворасуанг Дуангчинда — үҙ вузында үҙәк ойоштороу тураһында һөйләне, унда электрон белем биреүҙе координациялау буйынса бөтә система тупланған һәм уҡытыусылар составын заманса профессиональ һәм технологик оҫталыҡҡа уҡытыу буйынса даими эш алып барыла.
Автор:Гөлфиә Акулова
Читайте нас: