05:28 (UTC+5), 28 Апрель 2014

Рөстәм Хәмитов волонтерҙар менән Башҡортостанда ирекле хәрәкәттәрҙе үҫтереү перспективаларын тикшерҙе

Эльмира Сабирова
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов йома, 25 апрелдә, эре халыҡ-ара ярыштар – Лондонда Олимпия, Ҡазанда Универсиада, Сочиҙа Олимпия һәм Паралимпия уйындары, шулай уҡ Өфөлә уҙған VI Ҡышҡы Халыҡ-ара балалар уйындары, йәйге биатлон буйынса донъя чемпионаты, йәштәр командалары араһында хоккей буйынса донъя чемпионаты, билбауҙа көрәш буйынса донъя Кубогы һәм башҡаларҙы үткәреүҙә ҡатнашҡан, волонтерҙар менән осрашты.
Осрашыу ошо көндәрҙә республиканың баш ҡалаһында барған «Волонтерҙар уйындары. Өфө. 2014» бөтә Рәсәй слеты сиктәрендә Башҡорт дәүләт медицина университетының волонтерҙар үҙәгендә үтте.
Волонтерҙар Рөстәм Хәмитовҡа илдең төп старттарында үҙ эштәре тураһында һөйләне. Лондонда һәм Сочиҙа Олимпия волонтеры, БР Йәмәғәт палатаһы ағзаһы Алина Трусова әйтеүенсә, Башҡортостандан 25 меңлек иреклеләр армияһы составында Сочиҙа 400 кеше ҡатнашты: 300 ярҙамсы Олимпияла һәм 100-ө – Паралимпияла.
Республика башлығы үҙ сиратында уларҙың хәрәкәтен күпме волонтер берләштергәне менән ҡыҙыҡһынды.
- 10 меңләп кеше, әлеге ваҡытта «Волонтерҙар эстафетаһы» проектын бойомға ашырабыҙ, ул ирекле хәрәкәтте популярлаштырыуға йүнәлтелгән, — тип яуапланы Алина Трусова.
Рөстәм Хәмитовтың фекеренсә, уларҙың иҫәбен арттырырға кәрәк. Волонтерҙар эшмәкәрлегенең өлкәһе икһеҙ-сикһеҙ – экологик мәсьәләләр, спорт тематикаһынан башлап хатта власть органдарына ярҙам итеүгә тиклем.
- Беҙгә иреклеләр бөтә ерҙә лә кәрәк. Волонтерлыҡ идеологияһын пропагандаларға кәрәк, — тип билдәләне республика Президенты. — Власть структураларының бурысы – һеҙгә ярҙам итеү.
Волонтерҙар Республика волонтерҙар үҙәге төҙөү инициативаһы менән сығыш яһаны.
- Әлеге ваҡытта мәктәптәр, ссуздар, вуздар базаһында волонтерҙар үҙәктәрен берләштереүсе берҙәм структура юҡ. Кешеләрҙе уҡытырға, сертификацияларға кәрәк. Миҫалға, Паралимпия уйындарында беҙҙең ун көнлөк уҡытыу булды, сөнки волонтер мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр менән аралашыу этикаһын белергә тейеш, — тине Алина Трусова.
Рөстәм Хәмитов был идеяны хупланы.
- Был үҙәкте нисек формалаштырыу, был өлөштә беҙгә нимә эшләргә кәрәклеген уйларбыҙ. Һис шикһеҙ, ҙур булмаған сығымдар, ресурстар талап ителәсәк, әммә был мәсьәләне хәл итәсәкбеҙ, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов.
Волонтерҙарға мөрәжәғәт итеп, республика Президенты, «Йәш саҡта ла өлкәнәйгәс тә кешеләрҙең һәр саҡ артыҡ көсө бар, уны изге эштәргә бүлергә мөмкин. Һеҙ быны эшләйһегеҙ, һеҙ – шәпһегеҙ. Шуның өсөн һеҙгә ҙур рәхмәт», тип билдәләне.
- Быға оҡшаш осрашыуҙар, әңгәмәләшеүҙәр үҙ эҙен ҡалдыра, шул иҫәптән бөгөн власта торған кешеләргә лә. Волонтерҙарҙың данлы эштәре тураһында гәзиттә уҡыу һәм телевизорҙа күреү ул бер эш, һеҙҙең менән аралашып, һеҙҙе күреп һәм ишетеп бөгөнгө көндә был хәрәкәттең кәрәклеген аңлау, ул икенсе эш. Был ярҙамға мохтаж кешеләргә һәм һеҙҙең үҙегеҙгә кәрәк, сөнки һеҙҙә ысынлап та изгелек, күңелдең юғары выжданлығы һәм матурлығы бар, — тине Рөстәм Хәмитов.
Сара һуңында Башҡортостан башлығы волонтерҙарға Сочиҙа Уйындарҙы ойоштороуҙа һәм үткәреүҙә өлөш индергәндәре өсөн Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары Дмитрий Козактың исеменән рәхмәт грамоталарын тапшырҙы.
Өҫтәп әйтергә кәрәк, төбәк башлығы менән осрашыуҙа, Өфө иреклеләренән тыш, уларҙың Силәбенән, Краснодарҙан, Екатеринбургтан, Түбәнге Тагилдан, Түбәнге Каманан, Ҡазандан, Һамарҙан, Яңы Черкастан коллегалары ҡатнашты.
1 из 10
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика