Шаршамбы Өфөлә үткән, Башҡортостан Хөкүмәте ултырышында ҡатнашыусылар бер нисә муниципаль районда сабыйҙар үлеменең юғары күрһәткестәрен анализларға булды.
- Һуңғы йылдар дауамында беҙҙең республика сабыйҙар үлеме кимәленең тотороҡло кәмеү төбәктәре иҫәбенә ҡарай. Әммә беҙҙең ҡайһы бер территорияларҙа күрһәткестәр йылдан-йыл юғары булып ҡала. Унан да бигерәк, ҡапыл насарая, — тине Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов. — Бына шулай, Салауат һәм Нуриман райондарында һуңғы биш йылда был һандар өс тапҡырға артҡан, ә Ҡыйғыла – ике тапҡырға.
БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының мәғлүмәттәре буйынса, Салауат районында 2013 йылда сабыйҙар үлеменең кимәле 18,7 промилле (иҫән тыуған 1000 балаға 18,7 сабый) тәшкил итте, Нуриманда – 17,2, Ҡыйғыла – 18,3.
- Сабыйҙар үлеменең кимәле 17-18 промилле тәшкил итеүе оят. Беҙҙең заманда улай булырға тейеш түгел, — тине Рөстәм Хәмитов.
Дөйөм алғанда республика буйынса был күрһәткес 7,6 промилле тәшкил итә, ул уртаса Рәсәй (8,4) һәм Волга буйы федераль округы (8,2) буйынса ҡарағанда байтаҡҡа кәмерәк. 2014 йылға маҡсатлы күрһәткес – 7,4 промилле.
Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Георгий Шебаев әйтеүенсә, сабыйҙар үлеменең кимәлен һаулыҡ һаҡлауҙың торошо ғына түгел, ә ғөмүмән йәмғиәттең хәле билдәләй.
Төп негатив факторҙар араһынан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы башлығы тотош бөр нисә профиль буйынса табиптарҙың етмәүен атаны. Шулай итеп, акушер-гинекологтар менән комплектлаштырыу 60 процент тәшкил итә, неанатологтар менән – 50 процент, педиатрҙар менән – 63 процент, реаниматолог-анестезиологтар менән – 47.
Георгий Шебаев медицина вуздарына абитуриенттарҙы маҡсатлы юллау буйынса килешеүҙәргә быйылдан алып индереләсәк бер нисә төҙәтмә тураһында хәбәр итте:
- Быйылдан алып маҡсатлы килешеүҙәр, әгәр килешеүҙең ҡатнашыусыһы үҙ бурыстарын үтәмәгән саҡта, штраф санкциялары менән бәйле булған аныҡ белгестәр һәм аныҡ саралар яҙыу мөмкинлеген аңлата.
Бынан тыш, Хөкүмәт ултырышында, яңы тыуған балалар өсөн мобиль реанимация комплекстары менән тәьмин ителгән, «ашығыс ярҙам» автомобилдәренең иҫәбен арттырырға ҡарар ителде. Ҡорамалдар һаулыҡ һаҡлауҙы модернизациялау программаһы сиктәрендә һатып алына. Автомобилдәрҙе һатып алыу мәсьәләһен генә хәл итергә ҡала. «Беҙҙән артыҡ ҙур һалыуҙар талап итмәгән мәсьәләне хәл итергә була», — тине Рөстәм Хәмитов.