07:22 (UTC+5), 24 Март 2014

Башҡортостан Президенты БР Мәғариф министрлығы коллегияһында сығыш яһаны

Эльмира Сабирова
БР Мәғариф министрлығы йома, 21 мартта, уҙған йылға йомғаҡтар яһаны. Коллегияны Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов асты.
- 2013 йылды беҙҙең республика позитив ынтылыш менән тамамланы. Социаль һәм макроиҡтисади күрһәткестәр һәр кем уға ышанып тапшырылған эш участкаһында лайыҡлы эшләүе тураһында һөйләй. Кешеләрҙең эш хаҡы һәм уға ярашлы табышы ла яҡшы үҫеште, уҡытыу һәм медицина хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы лайыҡлы кимәлгә сыға башланы. Был өлкә хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы үҫеше темптары уртаса республика буйынса эш хаҡының үҫеш темптарын ике тапҡырға уҙған, — тине Башҡортостан Президенты. — Торлаҡ төҙөлөшө күләмдәре буйынса округта беҙ лидерҙар. Һуңғы 20 йыл эсендә беҙ беренсе тапҡыр был йүнәлеш буйынса беренсе урынды биләйбеҙ, шулай уҡ илдең иң яҡшылар бишлегенә инәбеҙ. Балалар баҡсалары, мәктәптәр, дауаханалар, поликлиникалар, спорт объекттары төҙөү, ауылдарыбыҙҙы һәм ҡалаларыбыҙҙы төҙөкләндереү буйынса эштәр дауам итә. Мәҙәни тормош йәнләнде, ҡыҙыҡлы ижади проекттар барлыҡҡа килде. Үҙ уңыштары менән спортсылар ҡыуандыра. Мәғариф өлкәһен үҫтереүгә республикала ҙур әһәмиәт бирелә. Башҡортостан мәғариф системаһы – Рәсәй Федерацияһында иң эреләрҙең береһе, тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. Төбәктә 3,5 меңдән ашыу дәүләт һәм муниципаль белем биреү учреждениелары эшләй, уларҙа 860 меңләп бала белем һәм тәрбиә ала, 150 меңдән ашыу уҡытыу хеҙмәткәре һәм хеҙмәтләндереү персоналы мәшғүл.
- Мәғариф һәм педагогика – етди һәм даими үҙгәреүсән өлкә. Ул ғәйәт ҙур, күп яҡлы эшмәкәрлек киңлеге. Уны нисек ҡороуҙан һәм ойоштороуҙан һеҙҙең менән беҙҙең тормош тора. Беҙ балаларҙы, студенттарҙы нисек уҡытыуҙан республиканың киләсәге, уның конкуренцияға һәләтлелеге тора, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Башҡортостан Президенты.
Рөстәм Хәмитов һуңғы йылдарҙа мәғариф өлкәһендә килеп сыҡҡан ыңғай үҙгәрештәрҙе билдәләне.
Айырыуса иғтибарҙы Башҡортостан Президенты демографик хәлгә йүнәлтте. Шуныһын билдәләп үтергә кәрәк, тыуымды арттырыуҙа ыңғай ролде республикала ҡабул ителгән саралар уйнаны, шул иҫәптән мәктәпкәсә белем биреүҙе үҫтереү буйынса. 2015 йылдың аҙағына тиклем өс йәштән алып ете йәшкә тиклем балалар өсөн балалар баҡсаларына сират мәсьәләһен тулыһынса хәл итеү планлаштырыла.
Шулай уҡ Башҡортостан Президенты федераль күрһәткестәр системаһына республика электрон сиратты интеграциялау, уға балалар баҡсаларын индереү кәрәклеге тураһында һөйләне.
Өс йыл эсендә федераль һәм республика бюджеттарынан дөйөм белем биреүҙе модернизациялауға биш миллиард һумлап йүнәлтелде. Шунлыҡтан капиталь ремонт талап иткән йәки авария хәлендә булған мәктәп биналары иҫәбен 200-ҙән алып 122 тиклем кәметеп булды.
Үткән йылда дөйөм белем биреүҙә эш хаҡы, республика буйынса уртаса эш хаҡын 6,5 процентҡа уҙып, 24 мең һумға тиклем етте.
Заманса шарттарҙа профессионал лицейҙар һәм училищелар ҙа яңыса эшләй башланы. 2010 йылдан алып уларҙың дүрттән бер өлөшө тиерлек колледждар составына инде. Бынан тыш, һуңғы ике йыл эсендә, башланғыс һөнәри звенола техник йүнәлеш буйынса белем алыу өсөн ҡабул итеү өлөшө ике тапҡырҙан күберәккә – 19 проценттан алып 43-кә тиклем артты.
Профессионал белем биреүҙе модернизациялау сиктәрендә 2011 йылдан алып 22 һөнәри белем биреү йорто республика бюджетынан 350 миллион һум күләмендә дәүләт ярҙамы һәм эш биреүселәр яғынан ҡорамалдар, производство майҙандары, хеҙмәттәр күрһәтеү рәүешендә ярты миллиард һумлап алды.
Һуңында Рөстәм Хәмитов иң яҡшы мәғариф хеҙмәткәрҙәренә дәүләт наградаларын тапшырҙы.
1 из 16
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика