Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.07
+0.33
91.94
+0.04
62.51
+0.52
-6 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Февраль 2014, 10:32
Олег Йосопов Башҡортостандың Архив эштәре буйынса идаралыҡ начальнигы урынбаҫары итеп тәғәйенләнде
Олег Йосопов Башҡортостандың Архив эштәре буйынса идаралыҡ начальнигы урынбаҫары итеп тәғәйенләнде. Тейешле бойороҡҡа Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов ҡул ҡуйҙы.
Олег Йосопов 1960 йылда Омскиҙа тыуған. 1982 йылда Өфө авиация институтын тамамлай. Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1984 йылда Өфө авиация институтының «Машиналар төҙөү технологияһы» кафедраһында инженер булып башлай.
1985-91 йылдарҙа – комсомол һәм партия эштәрендә.
1991-94 йылдарҙа – БР Йәштәр эштәре буйынса дәүләт комитетының баш белгесе.
1994-97 йылдарҙа – «Катюша» яуаплылығы сикләнгән ширҡәте директоры.
1997-2008 йылдарҙа – БР Президенты Хакимиәтенең социаль сәйәсәт бүлегендә дәүләт хеҙмәте.
2008-2013 йылдарҙа – Өфө ҡалаһының Дим районы хакимиәте башлығы урынбаҫары.
2013 йылдан әлегә тиклем – Башҡортостан Республикаһының Йәмәғәт палатаһы Аппараты баш белгесе.
Автор:
"Башинформ"
Теги:
тәғәйенләүҙәр
Читайте нас