Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
+0.96
91.84
+1.05
62.51
+0.52
-9 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Февраль 2014, 18:35

Башҡортостанда был аҙнала бер аҙ йылытасаҡ

Башҡортостан территорияһының күпселек өлөшөндә алдағы ике-өс көндә ҡар яуасаҡ. Һауа температураһы төндә был көндәрҙә 23 градустан түбәнерәк төшмәйәсәк. Көндөҙ иң аҙ температура – минус 17 градус.
6 һәм 7 февралдә республиканың айырым райондарында төндә минус 26-27 градусҡа тиклем һыуытасаҡ, көндөҙ 17-20 градус һыуыҡ булыуы көтөлә. Шунлыҡтан яуым-төшөм туҡтаясаҡ, тип хәбәр иттеләр Рәсәй Гидрометеорология үҙәгенән.
Ял көндәрендә төбәктә бер аҙ йылытасаҡ, аҙыраҡ ҡар яуыуы көтөлә. Төнөн һауа температураһы был көндәрҙә 21-26 градус һыуыҡ буласаҡ. Көндөҙ һауа температураһы минус 11-14 градусҡа тиклем йылынасаҡ.
Автор: Галина Бахшиева
Читайте нас