Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
0
91.84
0
62.51
+0.52
-16 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Ғинуар 2014, 18:46
Башҡортостанда балалар баҡсаларына сират ике тапҡырға кәмене
2013 йылда Башҡортостанда балалар баҡсаларына сират ике тапҡырға кәмене. Әгәр 2012 йылда мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларында өс йәштән ете йәшкә тиклем 29 меңдән ашыу бала сиратта торһа, хәҙер уларҙың һаны 14 меңгә тиклем кәмене.
БР Мәғариф министрлығының мәғлүмәттәренә ярашлы, дөйөм алғанда 2013 йылда планлаштырылған 11 080 урынына 15 050 урын булдырылды, уларҙың 2530-ы яңы 17 балалар баҡсаһы төҙөлгәнгә күрә, 5593 – биналарҙың кире ҡайтарылыуы, мәктәпкәсә һәм дөйөм белем биреү учреждениеларында өҫтәмә урындар бүлеү арҡалы, 6927 урын – мәктәпкәсә белем биреү формаларының альтернативаһын индереүгә күрә: мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары ҡарамағында ғаилә тәрбиәләү төркөмдәре, ҡыҫҡа ваҡытта булыу урыны, мәктәп алдынан әҙерлек.
Шул арала республикала балалар баҡсаларына сиратты кәметеү буйынса «юл картаһы» эшләй, ул 2016 йылда урындар етмәүҙе тулыһынса бөтөрөүҙе ҡарай. «Мәктәпкәсә белем биреү. Анализ һәм мониторинг» федераль сайттың мәғлүмәттәренә ярашлы, Башҡортостан 2013 йылда мәктәпкәсә белем биреү төбәк системаһын модернизациялау практикаһы һәм «юл картаһын» үтәү буйынса иң яҡшы төбәктәрҙең унлығына инде.
Белешмә. «БР мәктәпкәсә белем биреү системаһын үҫтереү» республика маҡсатлы программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә 2008 йылдан алып 2012 йылға тиклемге осорҙа 29 820 урын индерелгән.
2015 йылдың аҙағына тиклем тағы ла өҫтәмә 27 940 урын индереү планлаштырылған.
Автор:
Эльмира Сабирова
Теги:
белем биреү
балалар баҡсалары
Читайте нас