06:54 (UTC+5), 28 Ғинуар 2014

Айгөл Вәлиева донъяның иң матур 10 студенты иҫәбендә

Эльмира Сабирова
М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының бишенсе курс студенты Айгөл Вәлиева, Рәсәйҙән «World Miss University-2014» конкурсында ҡатнашып донъяның иң матур студенттары унлығына инде.
Алдан «Башинформ» агентлығы хәбәр итеүенсә, конкурс Көньяҡ Кореяла үтте. Айгөл Вәлиева һуңғы көнгә тиклем фавориттар иҫәбендә булды, тип билдәләнеләр Башҡорт дәүләт педагогия университетының матбуғат хеҙмәтендә. Быға уның тышҡы матурлығы, инглиз телен белеүе, яҡшы итеп әҙерләнгән ижади номеры тәьҫир итте.
- Айгөл инде оҙаҡ йылдар Латин Америкаһы бейеүҙәре менән шөғөлләнә һәм конкурс өсөн ялҡынлы яңғыҙ бейеү номерын әҙерләне, уны жюри ағзалары «бишлегә» баһаланы. Бынан тыш, башҡорт һылыуы интернет-тауыш биреүҙә дүртенсе баҫҡысҡа күтәрелде, — тип хәбәр итте вуздың матбуғат хеҙмәте етәксеһе Ольга Михайлова.
Бөтә донъянан 42 дәғүә итеүсе араһынан World Miss University-2014 исемен Мексика студенты яуланы.
Айгөл әйтеүенсә, бындай конкурста ҡатнашыу – һәр ҡыҙ өсөн ҙур хөрмәт. Сөнки ул бөтә ил исеменән сығыш яһаны һәм уның өсөн бөтә Рәсәй борсолдо.
1 из 6
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика