Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
77.8
+0.19
90.75
+0.44
62.51
+0.52
-12 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Ғинуар 2014, 16:32

14 ғинуарҙа Башҡортостанда – көслө ҡар, боҙлауыҡ һәм ел

14 ғинуарҙа Башҡортостанда көслө ҡар яуыуы, боҙлауыҡ булыуы, буран сығыуы һәм елдең секундына 15 метрҙан алып 20 метрға тиклем тиҙлектә иҫеүе көтөлә, тип иҫкәртә Рәсәй Гидрометеорология үҙәге.
Аҙна буйына тиерлек республика территорияһында ҡар яуасаҡ. Күпселек райондарҙа яуым-төшөм тик йәкшәмбе, 19 ғинуарҙа, туҡтаясаҡ.
Алдағы өс көндә һауа температураһы төндә минус 10 градустан түбәнерәк төшмәйәсәк. Көндөҙ термометр бағанаһы урыны менән минус ике градусҡа тиклем күтәреләсәк.
16 ғинуарҙан алып синоптиктар төбәктә һауа температураһының төндә минус 21 градусҡа тиклем һәм көндөҙ минус 11-12 градусҡа тиклем түбәнәйеүен күҙаллай.
Автор: Галина Бахшиева
Читайте нас