Шаршамбы, 15 Апрель 2026
|
Өфө
+16 °С
11:12 (UTC+5), 16 Декабрь 2013

Көндәр һыуына

Галина Бахшиева
Башҡортостанда был аҙнала көндәр һыуына, синоптиктар бер аҙ ҡар яуыуын күҙаллай.
Рәсәй Гидрометүҙәге хәбәр итеүенсә, 16 декабрҙә төбәктә «көслө ҡар яуыуы, буран сығыуы, епшек ҡар ятыуы һәм көрт һырыуы» көтөлә. 18 декабрҙә Волга буйы федераль округының күп өлөшөндә ҡар, епшек ҡар яуыуы, боҙлауыҡ булыуы, секундына 15 - 20 метр тиҙлектә көслө ел иҫеүе ихтимал.
16 һәм 17 декабрҙә республиканың айырым райондарында һауа температураһы төнөн 20 градус һыуыҡҡа тиклем төшә, көндөҙ минус 12-14 градусҡа тиклем күтәрелә.
Шаршамбы, 18 декабрҙән, башлап, төбәктә көндөҙ урыны менән минус өс-биш градусҡа тиклем йылына. Ә төнөн һауа температураһы элеккесә 17-18 градус һыуыҡ билдәһендә һаҡлана.
Кесе йома, 19 декабрҙә, синоптиктар, аҙна эсендә иң йылы көн буласаҡ, тип күҙаллай — төнөн 8-10 градус һыуыҡ һәм көндөҙ минус ике-дүрт градус.
Аҙна аҙағына төбәктә ҡайтанан һалҡынайта — төнөн 16-18 градусҡа тиклем һыуыҡ һәм көндөҙ минус 9-12 градус, тип билдәләй Рәсәй Гидрометүҙәге.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Электрон почта
inf@bashinform.ru
Адресы
450077, Уфа, Кирова, 45
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Ҡабул итеү бүлмәһе
(347) 250-05-07
Хеҙмәттәшлек
(347) 250-06-14
Кадрҙар бүлеге
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика