12:02 (UTC+5), 09 Декабря 2013

Мәсетле районында сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн фестиваль үтте

Арина Рәхимҡолова
Мәсетле районында ижади фестиваль үтте, унда сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр ҡатнашты. Байрамды «Байтул Мал»,«Альтернатива» хәйриә фондтары, Наил-Хажи исемендәге урындағы мосолмандар ойошмаһы, «Выбор» инициатива төркөмө, Мәсетле районы инвалидтар йәмғиәте, район Мәҙәниәт йорто ойошторҙо.
Фестиваль ҡунаҡтары өсөн «Биҙәү-ҡулланма сәнғәт» күргәҙмәһе ойошторолғайны, ул үҙенең оригиналлеге, сағыу эштәре менән барыһын да хайран ҡалдырҙы.
Йыйылыусылар алдында тәбрикләү телмәре менән район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гөлназ Ҡадирова сығыш яһаны.
- Мин һеҙҙең менән ғорурланам, сөнки һеҙ – ихтыяр көсөнә эйә кешеләр, — тине ул сарала ҡатнашыусыларға мөрәжәғәт итеп.
Конкурста ҡатнашыусылар жюри ағзалары хөкөмөнә вокал, хореография, нәфис һүҙ һәм инструменттарҙа уйнау кеүек номинацияларҙа үҙҙәренең иң яҡшы ижади һәләттәрен тәҡдим итте. Бөтә Мәсетле районынан фестивалдә барлығы 70-ләгән сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән кеше ҡатнашты. Шулай уҡ үҙ сығыштары менән байрам ҡунаҡтарын Мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре лә ҡотланы.
«Байтул Мал» фонды етәксеһе Артур Нәсибуллов, артистар өсөн бүләктәрҙе әҙерләүҙә уға «Урал халыҡ кассаһы» кредит ҡулланыусылар кооперативы, «Аиша» журналы, «Хәмзә хажи» исемендәге хәйриә фонды ярҙам итте, тип һөйләне. Бөтә ойоштороусылар ҙа, физик мөмкинлектәре төрлө булған кешеләрҙе берләштерергә ярҙам иткән фестиваль уларға үҙ потенциалын һәм ижадҡа һөйөүен асырға ярҙам итте, тип билдәләне.
- Һәр кеше үҙ эргәһендә ветерандар һәм инвалидтар, ауыр сирле өлкәндәр һәм балалар йәшәүен һәр саҡ иҫендә тоторға тейеш. Был кешеләр ғәжәйеп ихтыяр көсөнә эйә, проблемаларға ҡарамаҫтан, улар тормоштан йәм табып йәшәргә, изге күңелле булып ҡалырға ынтыла, — тине Артур Нәсибуллов.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Форматтар
Телефон
(347) 250-05-07
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика