09:18 (UTC+5), 06 Декабря 2013

Республика Йәмәғәт палатаһы «Кроношпан» заводы төҙөлөшө мәсьәләһен артабан тикшерә

Людмила Терновая
Өфөлә БР Йәмәғәт палатаһының «Кроношпан» заводы төҙөлөшө мәсьәләһенә арналған ултырыш үтте. Быныһында министрлыҡтар, ведомстволар вәкилдәре, йәмәғәтселәр һәм эксперттар төҙөлә башлаған предприятиеның проект документтарын өйрәнергә йыйылды. Республика Йәмәғәт палатаһы рәйесе Рәмил Бигнов, Башҡортостан территорияһында ағас эшкәртеү предприятиеһын төҙөү мәсьәләһе хәҙер ил етәкселеге күҙ уңында тора, тип белдерҙе.
Инициативалы төркөм вәкиле Павел Ксенофонтов, үҙенең һәм уның коллегаларының һуңғы аҙнала Михаил Бабич тарафынан ойошторолған эш төркөмөнә «бик күп һорауҙары» йыйылды, тип хәбәр итте. Тулы хоҡуҡлы вәкил менән осрашыу һөҙөмтәһендә «Кроношпан» заводын төҙөү буйынса мәсьәләне өйрәнеүҙе «таҙа биттән» башларға тигән ҡарар ҡабул ителә, тигәнде иҫкә төшөрөп, йәмәғәтселәр уларҙың эшенең объективлығында шикләнә башланы. Ксенофонтов шулай уҡ рәсми булмаған сығанаҡтарҙан предприятие етәкселеге хәҙер килеү юлдарын төҙөүҙе дауам итеү өсөн металға заказ биреүе тураһында мәғлүмәт ишетеүе хаҡында хәбәр итә, ул федераль власть менән туҡтатып торолғайны.
Рәмил Бигнов кәңәшмәлә ҡатнашыусыларҙы имеш-мимештәргә һылтанмайынса, етди факттарға таянырға саҡырҙы.
Проект документын өйрәнеү мәсьәләһе буйынса төп докладсы итеп «Кроношпан» предприятиеһы етәксеһе Ардашер Курбаншо билдәләнде, ул, предприятие етәкселеге алдына Волга буйы федераль округынан эшсе төркөм ағзалары менән эш ултырышы сиктәрендә ҡуйылған бөтә бурыстар үтәлә, тине.
Ултырышҡа экология, ҡалдыҡтарҙы утилләштереү өлкәһендә эксперттар, технологтар саҡырылғайны. Уларҙың ҡайһы берҙәре иреш-талаш ҡубыуы, һәм бындай шарттарҙа конструктив һөйләшеү алып барып булмауы сәбәпле ултырышты ташлап сығып китте.
- Беҙ инде нисәмә йыл сәнәғәт предприятиеларында яңы ябыҡ һыу әйләнеше технологияһын эшкәртеү менән шөғөлләнәбеҙ, — тине «Индиго» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры, ҡалдыҡтарҙы утилләштереү технологияһы буйынса эксперт Илфир Кашапов. — Был технология тирә-яҡ мөхиткә ҡалдыҡтарҙы ташлауҙы туҡтатырға мөмкинлек бирә. Предприятие һыуҙы ҡулланмай тиерлек, ул әҙләп кенә ала. Һыу ауыр металдарҙан, фенолдан, нефть продукттарынан таҙартыла һәм уны ҡайтанан ҡулланырға була. Һөҙөмтәлә бер нисә маҡсатҡа ирешелә: беренсенән, һыу әҙ ҡулланыла, икенсенән тирә-яҡ мөхит бысранмай. Ошондай уҡ технологияларҙы «Кроношпан» заводында ла ҡулланып була, ул тәбиғәтте бысратмайынса, республика иҡтисадын күтәреүгә булышлыҡ итәсәк.
Дөйөм алғанда, фекер алышыуҙа ҡатнашыусылар, был осрашыу һуңғыһы түгел һәм завод төҙөлөшөнә бәйле мәсьәләләрҙе тикшереү дауам ителәсәк, тип билдәләне.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика