Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
0
92.22
0
67.96
+2.11
15+ °C
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Ноябрь 2013, 11:01

Рөстәм Хәмитов Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Павел Астахов менән республикала балаларҙың хәлен тикшерҙе

Дүшәмбе, 25 ноябрҙә, Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов РФ Президенты ҡарамағындағы Бала хоҡуҡтары буйынса тулы хоҡуҡлы вәкил Павел Астахов менән осрашты.
Балалар омбудсмены Өфөгә РФ төбәктәрен тикшереү буйынса үҙ эш планына ярашлы килгән.
— Башҡортостан — беҙ комплекслы тикшереү үткәргән Рәсәй Федерацияһының 83-сө субъекты, — тине Павел Астахов. — Беҙ был тикшереүҙәрҙе 2010 йылдың февралендә башлағайныҡ, һәм 3,5 йыл эсендә бөтә субъекттар ҙа тиерлек тикшерелде. Бер ерҙә лә идеаль күренеш юҡ.
Президент менән әңгәмәлә Павел Астахов, республикала балалар йорттарын һәм уларҙа тәрбиәләнеүсе балалар һанын эҙмә-эҙ кәметеү бара, тип билдәләне.
— Йыл башында төбәктә балалар интернат учреждениеларына урынлаштырылған балалар һаны ҡапыл бер аҙ артһа ла (1,5 мең), хәҙер был һан 869-ға тиклем кәмене. Һеҙҙә йәшәгән халыҡ һанына ҡарап, һеҙҙең территория өсөн — был бик яҡшы күрһәткес, — тип иҫәпләй Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил.
Рөстәм Хәмитов, киләһе йылда тағы ике балалар йортон — Дәүләкәндә һәм Өфөлә – ябырға планлаштырыла, тип билдәләне.
Был теманы дауам итеп, Павел Астахов, ҡалған балалар йорттары директорҙарына талап арттырыласаҡ, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Павел Астахов РФ Президентының етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларға ярҙам итеү буйынса саралар тураһында Указын үтәүгә иғтибар йүнәлтте.
— Уның артынан Башҡортостан Республикаһында был указды үтәү генә түгел, уға өҫтәп бер нисә указ һәм закондар ҡабул ителде. Атап әйткәндә, инвалид балаларға һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларға ярҙам буйынса саралар тураһында. Һеҙҙә тәрбиәгә бала алыусы ата-әсәләрҙе әҙерләү, балаларҙы ғаиләгә урынлаштырыу менән шөғөлләнгән 28 үҙәк төҙөлгән. Һөҙөмтәләр ҙә күҙгә күренерлек. Патронат һаҡланған төбәктәр бармаҡ менән генә һанарлыҡ, Башҡортостан улар иҫәбендә, — тине Павел Астахов.
Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил етем балаларҙы торлаҡ менән тәьмин итеүгә лә ыңғай баһа бирҙе.
— Әгәр биш йыл элек 5, 10, иң яҡшы осраҡта 20 фатир бирелһә, быйыл инде балалар йорттарында тәрбиәләнеүселәргә 700-гә яҡын фатир бирелгән, — тигән һандар килтерҙе Павел Астахов.
Осрашыу барышында ҡуҙғатылған тағы бер мәсьәлә балаларҙың үҙ-үҙенә ҡул һалыуы буйынса хәүефле статистикаға ҡағылды.
— Беҙ был проблеманың ҡатмарлылығын аңлайбыҙ. Былтыр Республика клиник психотерапия үҙәге төҙөлдө, унда балаларға психологик ярҙам күрһәтелә. Беҙ өлкәндәр араһында ла, балалар араһында ла һандарҙың кәмеүен күрҙек. Ләкин беҙгә был үҙәктең ҡеүәтен арттырырға кәрәк. Психотерапия үҙәге үҙ эшен башлап ҡына тора. Проблеманы өйрәнергә кәрәк, — тине Рөстәм Хәмитов.
Президент, уҡытыусылар, педагогтар, психологтар араһында уҡытыуҙы иң элек ауыл райондарында үткәрергә кәрәк, тип иҫәпләй.
— 28 фажиғәле осраҡтан 21-е тап ауылда булған, — тип белдерҙе Рөстәм Хәмитов.
Балалар омбудсмены үҙ-үҙенә ҡул һалыуға нимә булышлыҡ итеүен аңлау өсөн етди, аналитик, фәнни нигеҙләнгән тикшереү үткәрергә тәҡдим итте.
Автор:Эльмира Сабирова
Читайте нас: