10:43 (UTC+5), 21 Ноября 2013

Рөстәм Хәмитов Рәсәй һәм Башҡортостан дәүләт наградаларын тапшырҙы

Арина Рәхимҡолова
21 ноябрҙә Өфөлә Рәсәй һәм Башҡортостан дәүләт наградаларын тапшырыу тантанаһы үтте. Республика һәм илде үҫтереүгә лайыҡлы өлөш индергән 42 кеше Президент Рөстәм Хәмитов ҡулынан миҙалдар алды. Улар иҫәбендә табиптар, уҡытыусылар, эшселәр, мәҙәниәт эшмәкәрҙәре, ауыл хужалығы эшсәндәре.
— Эшегеҙҙе бөтә күңелегеҙҙе, көсөгөҙҙө һалып, яҡшы итеп, яуаплы башҡарғанығыҙ өсөн дә һеҙ был наградаларға лайыҡһығыҙ. Тормошоғоҙҙағы был үҙенсәлекле ваҡиға менән ҡотлап, һеҙгә һаулыҡ, уңыштар, ғаиләгеҙҙә барыһы ла яҡшы булыуын, киләсәктә лә үҙегеҙҙе ышаныслы тойоп, әүҙем эшләүегеҙҙе дауам итеүегеҙҙе теләйем, — тине Рөсәм Хәмитов.
— Беҙ һеҙҙең менән ғорурланабыҙ, һеҙҙең кеүек кешеләр күберәк булыуын теләйбеҙ, — тип айырып билдәләне Башҡортостан Президенты.
«Һәләкәткә тарыусыларҙы ҡотҡарған өсөн» миҙалын бүләкләнеүселәр араһынан иң йәше алды. Айнур Ғәлиевҡа ни бары 14 йәш, ул Ишембай районының Әхмәт-Зәки Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернатының һигеҙенсе класында уҡый. Малай былтыр йәй ҡыйыулыҡ күрһәтә.
— Беҙ ҡустым менән матрасҡа ятып алыҫҡа йөҙөп киткән малай менән ҡыҙҙың ҡапыл әйләнеүен күреп ҡалдыҡ. Улар бата башлағас, аталары уларға ярҙамға ташланды, ләкин ярты араны үткәс, ул да хәле бөтөп бата башланы. Беҙ кәмәлә иң элек балаларҙың эргәһенә барып, уларҙы һыуҙан тартып сығарҙыҡ, һуңынан өлкән кешегә ярҙам иттек, — тип һөйләне Айнур Ғәлиев.
Малай үҙен герой итеп тоймай, ә «уның урынында һәр кеше шулай эшләр ине» тип иҫәпләй. Республика Президентынан бүләккә Айнур планшетлы компьютер алды.
«Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» тигән абруйлы исемгә яҙыусы — Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы Леонид Соколов лайыҡ булды. Осраҡ менән файҙаланып, яҙыусы-юморист Рөстәм Хәмитовҡа үҙенең быйыл йәй донъя күргән «Автограф» китабын бүләк итте.
Әйтергә кәрәк, Өфө яҙыусыһының ижадын республикала ғына түгел, хатта Канадала ла баһалағандар. Рус телендәге «Ванкувер Экспресс» гәзитендә уның ике ҙур юмористик хикәйәһе («Серая мышка», «Бутылка коньяка») баҫылған.
21-се Республика клиник дауаханаһының хирургия бүлеге мөдире — врач-хирург Илдар Ҡорбанғолов Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы булды. Коллегалары менән бергә ул хирургияның сиктән тыш яуаплы өлкәһе — ағзаларҙы трансплантациялау менән шөғөлләнә.
Тантананы тамамлап, Рөстәм Хәмитов залда ултырыусыларҙың барыһына ла хеҙмәттәре өсөн тағы бер тапҡыр рәхмәт белдерҙе.
— Мин, һис шикһеҙ, үҙ иңемдәге яуаплылыҡты аңлайым, һеҙҙең мине яҡлауығыҙҙы тоям, һәм был миңә көс бирә, рухландыра. Мин дә һеҙҙең кеүек, арыу-талыуһыҙ, хәлемдән килгәндең барыһын да эшләргә тырышасаҡмын. Һеҙ минең өсөн өлгө, — тине республика Президенты.
1 из 14
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика