Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.59
+0.02
100.27
-0.14
86.25
+0.84
-2 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Ноябрь 2013, 12:14

Рөстәм Хәмитов “Боинг” компанияһы президенты Сергей Кравченко менән осрашты

13 ноябрҙә республика Йортонда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Рәсәй һәм БДБ буйынса «Боинг» компанияһы президенты Сергей Кравченко менән осрашты. Авиатөҙөлөш өлкәһендә хеҙмәттәшлек перспективалары, «Боинг» компанияһын сервис хеҙмәтләндереү үҙәктәрен ойоштороуға республика предприятиеларын йәлеп итеү мөмкинлектәре тикшерелде, тип хәбәр иттеләр төбәк башлығының матбуғат хеҙмәтенән.
Авиация тураһында һөйләп, Рөстәм Хәмитов, республика ярайһы уҡ ҡеүәтле авиацион-техник производствоға эйә, тип билдәләне.
— Авиация двигателдәре буйынса беҙ Рәсәйҙә беренсе – Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе. Ҡасандыр мин үҙем хеҙмәт эшмәкәрлеген ошо предприятиела башлағайным, уны яҡшы беләм. Һуңғы өс йылда етештереү күләме икеләтә артты, тип әйтә алам. Бөтә Су двигателдәре, хәҙер инде МиГ та Өфө заводында сығарыласаҡ, — тине Президент. — Бынан тыш, вертолет двигателдәрен йыйыу өсөн комплекттарҙың 40 проценты самаһы беҙҙә етештерелә. Авиация двигателдәре эшләү менән бер рәттән, агрегат предприятиеһы бар –«Гидравлика» ярҙамсы көс ҡоролмалары сығара. Хәҙер предприятиеның хәле еңелдән түгел, унда өс мең кеше эшләй. Агрегат берекмәһе авиация двигателдәре өсөн тоҡандырыу системаларын тәьмин итә. «Молния» конструкторҙар бюроһы был өлкәлә эшләй.
Икенсе йүнәлеш – вертолеттар эшләү. Күмертау авиация производство берекмәһе. Бөгөн унда ла хәлдәр шәптән түгел, сөнки «Камов» маркаһы вертолеттары хәҙер талап ителмәй. Донъяла беҙҙән башҡа был машиналарҙы бер кем дә сығармайҙыр, моғайын, авиация бындай схемаларҙан баш тарта башланы. Был предприятиеның яҙмышы нисек булыр – беҙ әлегә белмәйбеҙ. Был ҡалала позицияларҙы ысҡындырмау беҙҙең өсөн сиктән тыш мөһим. Күмертауҙа 50 мең кеше йәшәй, биш мең кеше ошо предприятиела эшләй. Был ҡаланың төп предприятиеһы. Беҙгә был предприятиены эш менән тәьмин итергә кәрәк, унда яҡшы белгестәр, тиҫтәләрсә йылдар буйына тәжрибә туплаған инженерҙар мәктәбе, конструкторҙар бар. Ярайһы уҡ ҡатмарлы изделиелар эшләйҙәр – вертолет колонкаһы тулыһынса уларҙа әҙерләнмәй, әлбиттә, уны ӨМЭПБ эшләй, әммә айырым элементтарҙы, етмәһә иң ҡатмарлыларын, Күмертауҙа эшләйҙәр.
Төбәк башлығы республика милкендә торған «Өфө» халыҡ-ара аэропорты эшмәкәрлегенә туҡталды.
— Был пассажирҙар ағымы буйынса Рәсәй Федерацияһында һигеҙенсе-туғыҙынсы аэропорт, — тине Рөстәм Хәмитов. — Быйыл беҙ ике миллион пассажир планкаһына күсәбеҙ. Совет заманында иң яҡшы йылдарҙа өс миллион 100 мең пассажир хеҙмәтләндерелгән. Эштәр шулай барһа, 2017 йылға өс миллион пассажир һанына етербеҙ, тип уйлайым.
ӨМЭПБ-ның эшмәкәрлегенә килгәндә, Президент, предприятие «2020 йылға тиклем яҡшы үҫешәсәк, сөнки оборона заказы бар. «Газпром» менән эшләйбеҙ, «АЛ-31 СТ» базаһында газ ҡыуыу приводтары яһайбыҙ. «Газпром»дың газ ҡыуыу буйынса 600-650 газ турбинаһы ҡоролмалары бар. Был яҡшы баҙар, эште дауам иттерәсәкбеҙ».
Сергей Кравченко, үҙ сиратында, «Боинг» компанияһының инженер үҙәге тураһында һөйләне, унда «1250 Рәсәй инженерҙары эшләй, беҙҙең конструкторҙар бюроһында улар самолет проекттары төҙөй, беҙҙә һеҙҙең танылған авиация университетын тамамлаусылар бар» тип билдәләне. Ул «авиация двигателдәре эшләү традицияларын һаҡлап ҡалған өсөн» рәхмәт белдерҙе. Киләһендә Кравченко «Өфө авиация университетына барып сығырға теләүен белдерҙе».
— Беҙҙә 12 университет менән хеҙмәттәшлек программаһы бар, мин уларҙың күбеһендә лекциялар уҡыйым. Һәм беҙ Өфө авиация университеты менән дә эшләргә теләр инек. Аэропорттарға килгәндә, беҙҙә аэропорт технологиялары менән шөғөлләнгән подразделение бар. Беҙ хәҙер Мәскәү авиация үҙәге һәм Сочи аэропорты буйынса әүҙем эшләйбеҙ. Беҙҙә был компетенция бик етди үҫешкән. Хәҙер Сочиҙа һауа хәрәкәте менән идара итеү системаларын, Мәскәү авиация үҙәген модернизациялау менән шөғөлләнәбеҙ. Олимпиада уйындары өсөн генә түгел. Бөйөк Ватан һуғышында Еңеү юбилейын байрам итеү, футбол буйынса донъя чемпионаты өсөн дә. Бындай компетенция беҙҙә бар, һеҙҙең менән дә эшләүгә шат буласаҡбыҙ, — тине Сергей Кравченко.
Автор:«Башинформ»
Читайте нас: