Среда, 15 Апреля 2026
|
Уфа
+12 °С
09:56 (UTC+5), 13 Ноября 2013

13 ноябрь – Халыҡ-ара һуҡырҙар көнө

Арина Рәхимҡолова
13 ноябрҙә бөтә илдәрҙә Халыҡ-ара һуҡырҙар көнө билдәләнә. Был көндө 1745 йылда Францияла билдәле педагог, Парижда һәм Петербургта һуҡырҙар өсөн бер нисә мәктәп һәм предприятиеға нигеҙ һалыусы Валентин Гаюи тыуған. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы ҡарары менән тап ошо дата Һуҡырҙар көнө булараҡ билдәләнә.
Рәсәйҙә йылдан-йыл һуҡырҙар һәм насар күреүсе граждандар һаны арта бара. Бөгөнгө көндә, рәсми мәғлүмәттәргә ярашлы, илдә 275 мең һуҡыр һәм насар күреүсе кеше иҫәпләнә. Әммә бөтәһе лә һуҡырҙар йәмғиәтенә мөрәжәғәт итмәй. Мәҫәлән, күптәре бындай ойошмалар булғанлығын да белмәй ғүмер үткәрә.
Әйтергә кәрәк, күреү һәләтен юғалтҡан кешеләр киләсәккә өмөт һәм ышаныс менән ҡарай. Уларҙың күптәре махсуслаштырылған производстволарҙа эшләй. Насар күреүселәр һәм һуҡырҙар араһында һәләтле рәссамдар, скульпторҙар, спортсылар күп. Шул уҡ ваҡытта ҡайһы бер инвалидтар хәҙерге йәмғиәттә тулыһынса яраҡлашмаған.
Һуңғы йылдарҙа насар күреүселәр һәм һуҡырҙарға дәүләт кимәлендә ярҙам күрһәтелә. «Асыҡ мөхит» федераль маҡсатлы программаһы эшләнгән һәм тормошҡа ашырыла. Уға ярашлы ҡала урамдарында махсус тауыш сигналдары менән светофорҙар, һуҡырҙар өсөн рельефлы-нөктәле шрифт менән башҡарылған аңлатма табличкалар ҡуйыла. Ғөмүмән, күреү мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙе социаль-мәҙәни реабилитациялау буйынса яңы эш итеү формалары уйлап табыла.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Эл. почта
inf@bashinform.ru
Адрес
450077, Уфа, Кирова, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Приемная
(347) 250-05-07
Сотрудничество
(347) 250-06-14
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика