07:09 (UTC+5), 12 Ноября 2013

Рөстәм Хәмитов Башҡортостан, Татарстан һәм Яҡутия Фәндәр академиялары етәкселәре менән осрашты

Эльмира Сабирова
Дүшәмбе, 11 ноябрҙә, республика Президенты Рөстәм Хәмитов Фәндәр академиялары етәкселәре: Башҡортостандан — Рәмил Бәхтизин, Татарстандан — Әхмәт Мазһаров һәм Саха (Яҡутия) Республикаһынан Игорь Колодезников менән осрашты.
Осрашыу барышында хеҙмәттәшлек йүнәлештәре һәм фәнни эшкәртмәләрҙе сәнәғәт производствоһына индереү алымдары тикшерелде.
Төбәк академияларын һаҡлау һәм нығытыу мәсьәләһе үтә мөһим булып тора. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2013 йылдың сентябрендә Рәсәй Фәндәр академияһын реформалаштырыу тураһында резонанслы закон ҡабул ителгәйне.
— Күсеү осоро ярайһы уҡ оҙайлы һәм ҡатмарлы буласаҡ. Беҙҙең осрашыу маҡсаты — Рәсәй Академияһы кимәлендә билдәле бер торғонлоҡ күҙәтелгән хәлдә төбәк академияларын үҫтереү буйынса тәҡдимдәр эшкәртеү. Беҙҙең барыбыҙҙың да позициябыҙ оҡшаш. Төбәк академияһы — ул төбәк территорияһында фәнни берләшмәне яҡлау инструменты, — тип билдәләне Рәмил Бәхтизин.
Татарстандан уның коллегаһы Әхмәт Мазһаров, бөгөн, Рәсәй Фәндәр академияһын үҙгәртеп ҡороу шарттарында, республика академияларын нығытырға кәрәк, тип иҫәпләй.
— Өс йүнәлеш өҫтөнлөклө булырға тейеш, — тип иҫәпләй ТР Фәндәр академияһы президенты. — Беренсеһе — был төбәктең тарихы, әҙәбиәте, мәҙәниәте, теле. Икенсеһе — экология проблемалары. Быны беҙ үҙебеҙ хәл итергә тейешбеҙ. Тәбиғәтте һаҡлау мәсьәләләрен бер кем дә беҙҙән яҡшыраҡ өйрәнә һәм хәл итә алмаясаҡ. Өсөнсөһө — беҙҙең ауыр, юғары көкөртлө нефтте эшкәртеү технологияһы. Бында беҙгә көстәрҙе берләштерергә кәрәк
Саха (Яҡутия) Республикаһы Фәндәр академияһы етәксеһе Игорь Колодезников та төбәк фәндәр академияларын һаҡлау һәм үҫтереү тенденцияһын дөрөҫ тип иҫәпләй.
— Беҙҙең төбәк фәндәр академиялары ойошторолған 1990-1991 йылдар бик ҡатмарлы осор булды. Урындағы фәндәр академиялары булыу республикаларыбыҙҙа фәнни потенциалды һаҡлау һәм үҫтереүҙә ҙур роль уйнаны, — тине ғалим. — Беҙҙә фәндәр академиялары араһында хеҙмәттәшлек тураһында договорҙар, республикалар араһында килешеүҙәр бар. Беҙҙә уртаҡлашыр нөктәләр бик күп. Мәҫәлән, гуманитар өлкәлә. Беҙ хәҙер Яҡутия энциклопедия һүҙлеген төҙөү өҫтөндә эш алып барабыҙ. Ә Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының был өлкәлә тәжрибәһе бик ҙур. Хәҙер беҙҙең коллективҡа Башҡортостандан коллегалары менән осрашырға кәрәк. Бергә эшләрлек башҡа йүнәлештәр ҙә байтаҡ.
—Татарстан менән беҙҙе республикаға химия, нефтехимия өсөн сеймал килтереү мәсьәләһен тикшереү ҡыҙыҡһындыра. Беҙҙең фән бындай берлектәге эшмәкәрлек варианттары эшкәртеү өсөн нигеҙле аргументтар таба алыр ине, — тине Башҡортостан Президенты. —Якут коллегалары менән беҙ геологик эҙләнеү мәсьәләһен тикшерә алабыҙ.
Һүҙен йомғаҡлап, Рәмил Бәхтизин, иртәгә үк үрҙә телгә алынған республикалар Фәндәр академиялары араһында хеҙмәттәшлек тураһында меморандумға ҡул ҡуйыу планлаштырыла, тип өҫтәне.
1 из 14
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Телефон
(347) 250-05-07
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика