04:58 (UTC+5), 25 Октябрь 2013

Рөстәм Хәмитов үҫмер Радик Буранбаевҡа Парижға Диснейлендҡа путевка тапшырҙы

Ольга Мортазина
Башҡортостан президенты Рөстәм Хәмитов кесе йома, 24 октябрҙа, 9-сы балалар йортонда тәрбиәләнеүсе, 14 йәшлек Радик Буранбаев менән осрашты. Малай Бөтә донъя балалар «Еңеүселәр уйыны» — онкологик ауырыуҙар үткәргән балалар өсөн спорт ярыштарынан йөҙөү буйынса алтын миҙал алып ҡайтты. Радик — беренсе төркөм инвалиды. Республика етәкселегендә малайҙы Парижға Диснейлендҡа ебәреп дәртләндерергә ҡарар иттеләр. Рөстәм Хәмитов осрашыуҙы мөмкин тиклем иркен форматта үткәрҙе, бала менән һөйләшкәндә уның пландары, мауығыуҙары, ҡараштары тураһында һорашты. Радик үҙенең программист булырға һәм яңы мауыҡтырғыс уйындар уйлап табырға теләүе хаҡында һөйләне. 4,5 йыл элек йөҙөү менән шөғөлләнә башлап, хәҙер ул 150 метр араға иркен йөҙә ала. Шулай уҡ ул Президентҡа Уйындарҙан килтергән ҡап уртаһына тейҙерелгән сәп күрһәтте. Ә малай атыу менән бөтөнләй шөғөлләнмәгән булған, әммә ярыш барышында уға тағы бер дисциплина һайларға тәҡдим итәләр. Радик бер ниндәй әҙерлекһеҙ сәпкә тейҙерә.
Сит илгә сәфәргә сығасағына ҡыуанған малай Эйфель башняһын күрәсәге һәм ысын француздар менән танышасағы тураһында хыялдары менән уртаҡлашты. Радик Президентҡа тырышып уҡырға һәм йөҙөүҙе ташламаҫҡа һүҙ бирҙе. Бынан тыш, республика башлығы, үҫмер яңы таныштарына тыуған яғы тарихы тураһында һөйләй алһын өсөн, уның менән үҙе шөғөлләнергә вәғәҙә бирҙе. Радик сит илгә сәфәре барышында Францияла ғына түгел, шулай уҡ Чехияла ла буласағын иҫәпкә алып, Рөстәм Хәмитов малайға Праганың архитектураһына иғтибар бирергә тәҡдим итте. Президент шулай уҡ үҫмерҙән, Өфөлә үҙ Диснейлендыбыҙҙы төҙөүгә нисек ҡарар инең, тип һораны. Бындай перспектива малайға оҡшаны. «Был путевка һиңә Президент Хакимиәтенән генә түгел, шулай уҡ һинең ҡыйыулығың һәм маҡсатҡа ынтылышлылығың менән һоҡланған бөтә өлкәндәрҙән бүләк», — тине Рөстәм Хәмитов. Аҙналыҡ Өфө — Прага — Париж турына Радик Буранбаев оҙатыусы тәрбиәсе менән бергә 9 ноябрҙә юлға сығасаҡ.
1 из 10
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика