13:09 (UTC+5), 25 Октябрь 2013

Башҡортостанда грипп эпидемияһы декабрь аҙағында көтөлә

Ольга Мортазина
Башҡортостанда вируслы ауырыуҙар эпидемияһы декабрь аҙағында – ғинуар йәки февраль урталарында көтөлә, тип хәбәр иттеләр «Башинформ» агентлығында үткәрелгән матбуғат конференцияһында БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы вәкилдәре. 2013-2014 йылдарҙың ҡышына Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы Ерҙең төнъяҡ ярымшары илдәренә А/ California/ 07/ 2009 (H1N1, «сусҡа киҙеүе» булараҡ билдәле), A/ Victoria/361/ 2011 (H3N2 — «гонконг грипы»), B/ Massachussets/2/ 2012 (Ямагата буйы) вирус штаммалары менән вакциналарын тәҡдим иткән. Вакциналар бер миҙгелгә генә эшләнелә һәм киләһе йылына ҡулланылмай, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды СПИД һәм йоғошло ауырыуҙарҙы иҫкәртеү һәм уларға ҡаршы көрәшеү республика үҙәгенең баш табибы Рафаэль Яппаров.
Прививка кампанияһы сиктәрендә федераль бюджет аҡсаһы иҫәбенә республикаға 800 мең кешелек вакцина килтерелә. Тағы ла 18 мең дозаны БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы республика бюджеты иҫәбенән ала. «Бөгөнгө көнгә халыҡтың дүрт проценты прививкаланған, тотороҡло эпидемик хәлде тәьмин итеү өсөн 30 процент талап ителә. Төбәктә даими рәүештә халыҡтың дүрттән бер өлөшө прививка яһата», — тине Рафаэль Яппаров.
Табиптар коронавирус инфекцияһына күберәк иғтибар бүлде, әлегә унан прививкалар юҡ. Ул инфекция Яҡын Көнсығыш илдәренән «индерелә», шуға күрә унан килеүсе граждандар, шулай уҡ хажға барыусылар, эпидемиологик контролгә алына. «Ул ринит симптомы менән бик хәүефле киҫкен респиратор ауырыу. 2002 йылда уны Ҡытайҙа асыҡлағандан алып, был инфекциянан 30 илдә бер меңләгән кеше үлде. Быйыл 18 майҙа яңы коронавирус Сауд Ғәрәбстанында теркәлә – 81 йәшлек ҡатын ауырып китә. Яңы вирус патогенезы әлегә билдәһеҙ. Сир тиҙ үҫешә һәм бер нисә көн эсендә типик булмаған пневмонияға килтереүе мөмкин, ул саҡта үпкәләр «ирегән» кеүек була», — тип һөйләне БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш терапевы Венера Мостафина.
Табиптар, теләһә ҡайһы инфекцияларға ҡаршы тикшерелгән саралар ҡулланыу һөҙөмтәле, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды: улар – бер тапҡыр ҡуллана торған бирсәткәләр һәм битлектәр менән файҙаланыу, ҡулдарҙы һәм йотҡолоҡ өҫтөн йыуыу.
1 из 4
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика