Среда, 15 Апреля 2026
|
Уфа
+16 °С
06:46 (UTC+5), 24 Октября 2013

Төбәк халҡы үҙ депутатын интернетта таба ала

Розалия Вәлиева
«Асыҡ республика» проектының «Депутаттар» порталы үҙ эшен башланы.
Хәҙер Башҡортостанда йәшәүсе һәр кеше сайтта географик карта буйынса ғына үҙ һайлау округы депутатын таба ала, система ҡайһы депутатҡа мөрәжәғәт итергә кәрәклеген үҙе әйтәсәк.
Порталда шулай уҡ ҡайһы көндө шәхси ҡабул итеүгә килергә мөмкин булыуын да белергә мөмкин. Бынан тыш, һәр граждан оnline-ҡабул итеү бүлмәһе аша порталдағы депутаттың персональ битенә мөрәжәғәт яҙа ала.
«Депутаттар» интернет-порталы һайлаусылар менән парламентарийҙар араһындағы барьерҙарҙы бөтөрөү, ҡалала йәки алыҫ ауылда йәшәүсе ябай граждандарҙың проблемаларын хәл итеү өсөн булдырылған. Портал депутаттарҙың һәм граждандарҙың көнүҙәк проблемаларҙы хәл итеү өсөн үҙ-ара килешеп эш итеү процесын тиҙләтә. Ресурсҡа муниципаль һәм республика һайлауҙарында халыҡ һайлаған, шулай уҡ федераль кимәлдә төбәк мәнфәғәттәрен сағылдырған депутаттарҙың тормошо һәм эше тураһында бөтә мөһим белешмә мәғлүмәт индерелгән. Порталда тематик мәҡәләләр һәм парламентарийҙарҙың сығыштары, яңылыҡтар һәм закон проекттары урынлаштырылған.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Эл. почта
inf@bashinform.ru
Адрес
450077, Уфа, Кирова, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Приемная
(347) 250-05-07
Сотрудничество
(347) 250-06-14
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика