Вторник, 14 Апреля 2026
|
Уфа
+11 °С
08:40 (UTC+5), 24 Октября 2013

2014 йылда Рәсәйҙә яңы йыл каникулдары һигеҙ көнгә һуҙыласаҡ

Галина Бахшиева
Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министры Дмитрий Медведев 2014 йылда ял көндәрен күсереү тураһында ҡарарға ҡул ҡуйҙы.
Алдағы яңы йыл каникулдары һигеҙ көнгә һуҙыласаҡ – 1 ғинуарҙан 8-нә тиклем. Был осорҙа ике ял көнө — 4 һәм 5 ғинуар (шәмбе һәм йәкшәмбе) байрам көндәренә тура килә. Шуға күрә, РФ Хеҙмәт кодексының 112 статьяһы 2-се бүлегенә ярашлы, 2014 йылда хеҙмәткәрҙәр ял һәм байрам көндәрен рациональ файҙалана алһын өсөн, хөкүмәт был көндәрҙе 2 майға һәм 13 июнгә күсерергә ҡарар итте.
2014 йылдың 23 феврале ял көнөнә (йәкшәмбегә) тура килеү сәбәпле, был ял көнөн 3 ноябргә күсерергә тәҡдим ителде. Шулай итеп, киләһе йылдың ноябрендә Рәсәй халҡын дүрт көн рәттән ял итеү көтә – 1 ноябрҙән 4-нә тиклем.
«Российская газета» сайтында хәбәр ителеүенсә, социаль-хеҙмәт мөнәсәбәттәрен көйләү комиссияһы 2014 йылда байрам көндәре графигын раҫланы.
Үрҙә әйтелеп үтеүенсә, яңы йыл каникулдары 1 ғинуарҙан 8-нә тиклем дауам итәсәк. Ватанды һаҡлаусылар көнөндә 22 һәм 23 февраль ял көндәре буласаҡ. Мартта ил халҡы 8 марттан 10-на тиклем ял итәсәк.
Май байрамдарында, быйылғы кеүек, эшкә бүленәсәктәр – ял көндәре 1 майҙан 4-нә тиклем һәм 9 майҙан 11-нә тиклем. Рәсәй көнөн дүрт көн рәттән байрам итергә мөмкин буласаҡ – 12 июндән 15-нә тиклем һәм ноябрҙә Халыҡтар берҙәмлеге көнөндә лә шул тиклем үк – 1 ноябрҙән 4-нә тиклем.
Бынан тыш, Башҡортостан халҡын үҙҙәренең, республика һәм мосолман байрамдары көтә – Республика көнө, Ураҙа байрамы һәм Ҡорбан ғәйете.
Быйылға килгәндә, Рәсәй халҡы ноябрҙә өс көн рәттән ял итә ала. 4 ноябрь – Халыҡтар берҙәмлеге көнө – быйыл дүшәмбегә тура килә, шуға ла байрам көнөн күсерергә тура килмәйәсәк. Шул уҡ ваҡытта эш сәғәте йома, 1 ноябрҙә, ҡыҫҡартылмаясаҡ, тип аңлаттылар Башҡортостан Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.
Шулай итеп, биш көнлөк эш аҙнаһында, Халыҡтар берҙәмлеге көнөн билдәләү менән бәйле, Башҡортостанда 2013 йылдың 2,3 һәм 4 ноябре ял көндәре буласаҡ. Йыллыҡ төп һәм йыллыҡ өҫтәмә түләүле отпуск биргәндә 4 ноябрҙәге байрам көнө отпускының календарь көндәре иҫәбенә индерелмәй.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Эл. почта
inf@bashinform.ru
Адрес
450077, Уфа, Кирова, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Приемная
(347) 250-05-07
Сотрудничество
(347) 250-06-14
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика