11:27 (UTC+5), 22 Октября 2013

Башҡортостандың «Халыҡ университеты» проекты Бөтә Рәсәй конкурсында еңеүсе булды

Розалия Вәлиева
Башҡортостандың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы тарафынан әҙерләнгән «Өсөнсө быуын халыҡ университеты» республика маҡсатлы программаһы «Өлкән быуын кешеләре өсөн мәғлүмәти технологиялар» Бөтә Рәсәй төбәк белем биреү программалары конкурсының «Уҡытыуҙы иң яҡшы ойоштороу» номинацияһында еңеүсе тип танылды, тип хәбәр итә БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы матбуғат хеҙмәте, Электрон дәүләттең эскперт үҙәге порталына таянып.
41 төбәктән 48 заявка бирелгән булған. Жюри составына ун бойондороҡһоҙ эскперт – федераль власть органдары, юғары уҡыу йорттары, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, өлкән быуын кешеләре – ингән.
Эксперттар методик һәм дәреслек материалдарының сифатын, программаларҙың йөкмәткеһен, ойоштороу эшенең кимәлен, территориаль солғанышын һәм тыңлаусыларҙың ҡыҙыҡһыныуын, уҡытыусыларҙың әҙерлек кимәлен һәм тормошҡа ашырылыу һөҙөмтәлелеген тикшерҙе.
2011-2013 йылдарға «Өсөнсө быуын халыҡ университеты» программаһы БР Хөкүмәтенең 2011 йылдың 11 майындағы 156-сы ҡарары менән раҫланған. Уның төп маҡсаты – тейешле белем биреү системаһын ойоштороу, өлкәндәрҙең хәҙерге йәмғиәттә яраҡлашыуы өсөн шарттар булдырыу һәм быуындар бәйләнешен тәьмин итеү иҫәбенә өлкән йәштәгеләрҙең тормош сифатын яҡшыртыу.
Төбәк бюджет аҡсаһы иҫәбенә программаны дөйөм финанслау күләме 19,6 миллион һум тәшкил иткән. 2011 йылда төрлө йүнәлеш буйынса уҡытыуҙарҙа 16 мең өлкән йәштәге граждан ҡатнашҡан; 2012 йылда – 18,3 мең, ә 2013 йылдың биш айы эсендә ете меңләп пенсионер уҡыған. Әлеге ваҡытта 2014-2017 йылдарға өлкән йәштәге граждандарҙы уҡытыуҙың оҙайлы ваҡытҡа иҫәпләнгән программаһы әҙерләнгән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика