Среда, 15 Апреля 2026
|
Уфа
+16 °С
11:40 (UTC+5), 01 Октября 2013

Урман хужалығы министрлығы янғын хәүефһеҙлеге миҙгеленә йомғаҡ яһаны

Галина Бахшиева
Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығы 2013 йылғы янғын хәүефһеҙлеге миҙгеленә йомғаҡ яһаны.
- Быйыл йыл башынан алып республиканың урман фонды территорияһында 136,26 гектар майҙанда 60 янғын сығыу осрағы теркәлгән. Урман янғындарын һүндереүгә алты миллион һум аҡса бүленгән, бер миллион һумы тотонолған. Урман фондына килтерелгән зыян 111 мең һум тәшкил итә, тип билдәләне министрлыҡтың матбуғат хеҙмәте етәксеһе Айбулат Ғәйнуллин.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, беренсе янғын 4 майҙа Белорет районының Лапышты ауылынан 5 километр алыҫлыҡта Инйәр урман хужалығында теркәлгәйне.
Үткән йылдарҙан айырмалы, быйыл урман янғындарының сәбәбе булып «ҡоро» йәшен торҙо. Уның арҡаһында Башҡортостанда 35 янғын сыҡты.
Халыҡтың ут менән һаҡһыҙ эш итеүе сәбәпле 21 тапҡыр урман янды. Ҡалған 4 янғындың сәбәбе әле асыҡлана.
2013 йылда күпселек янғындар таулы-урман зонаһында сыҡты: Белорет, Бөрйән һәм Йылайыр райондарында.
Быйыл Дәүләт урман һәм янғын күҙәтеүе инспекторҙары тарафынан ҡағиҙә боҙоусыларға һалынған штрафтың дөйөм суммаһы 2,6 миллион һум тәшкил итә. Әлеге ваҡытта шуның 1,3 миллион һумы түләнгән.
Тикшереү органдарына янғын сығыуҙар буйынса 60 материал юлланған. Бер енәйәт эше ҡуҙғатылған, икәүһе буйынса тикшереү эше алып барыла. Ҡалған материалдар буйынса енәйәт эше ҡуҙғатыу кире ҡағылған.
Һуңғы ике ай эсендә Башҡортостанда урманда янғын сығыу осраҡтары теркәлмәгән.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Эл. почта
inf@bashinform.ru
Адрес
450077, Уфа, Кирова, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Приемная
(347) 250-05-07
Сотрудничество
(347) 250-06-14
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика