Среда, 15 Апреля 2026
|
Уфа
+17 °С
05:47 (UTC+5), 13 Сентября 2013

Төбәктә «Бергәләп эшләйек!» бөтә Рәсәй акцияһы старт ала

Галина Бахшиева
Шәмбе, 14 сентябрҙә, Башҡортостанда «Бергәләп эшләйек!» бөтә Рәсәй акцияһы старт ала. БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, акция Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылы сиктәрендә уҙғарыла һәм 21 сентябргә тиклем дауам итәсәк.
Ошо көндәрҙә республика район һәм ҡалаларында территорияны сүп-сарҙан таҙартыу буйынса экологик өмәләр үтәсәк. Шундай уҡ саралар Рәсәйҙең бөтә төбәктәрендә ойоштороласаҡ.
Экологик хәлде яҡшыртыу һәм ҡалдыҡтар менән идара итеү өлкәһендәге мәсьәләләргә күберәк иғтибар бүлеү бөтә Рәсәй акцияһының төп маҡсаты булып тора.
«Бергәләп эшләйек!» акцияһы үҙҙәренең төбәктәрендә имен экологик мөхит булдырырға теләгән кешеләрҙе берләштерә.
Акцияны ойоштороусылар булып «Terra Viva» халыҡ-ара йәмәғәт ойошмаһы һәм бөтә Рәсәй тәбиғәтте һаҡлау йәмғиәте ҡатнашлығында «Бергәләп эшләйек!» экологик хәрәкәте сығыш яһай. Башҡортостанда бөтә Рәсәй кимәлендәге акцияны үткәреү башланғысы БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығында хуплау тапты.
Министрлыҡтың матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, республикала өмәләр үткәреү урындары билдәләнгән.
Мәҫәлән, 14 сентябрҙә бындай сара Өфөнөң Нижегородка биҫтәһендә үтәсәк. Төбәктең Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы һәм Башҡорт дәүләт университетының волонтерҙар үҙәге вәкилдәре өмәлә ҡатнашырға теләк белдергән.
Экологик сарала теләгән һәр кеше ҡатнаша ала.
Йыйылыу урыны – Выгонная урамы, 10 («25-се мәктәп» туҡталышы)
Башлана – 11.00 сәғәттә.
Тулыраҡ мәғлүмәт менән БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы сайтында һәм Бәйләнештә төркөмөндә танышырға мөмкин.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Эл. почта
inf@bashinform.ru
Адрес
450077, Уфа, Кирова, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Приемная
(347) 250-05-07
Сотрудничество
(347) 250-06-14
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика