Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
77.8
+0.19
90.75
+0.44
62.51
+0.52
-13 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Сентябрь 2013, 16:05

БР Дәүләт Йыйылышы спикеры вазифаһына кандидат итеп берҙәм рәсәйлеләр Константин Толкачевты һайланы

БР бишенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе вазифаһына кандидат итеп Константин Толкачев һайланды. Бындай ҡарар «Берҙәм Рәсәй» бөтә Рәсәй сәйәси партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе конференцияһында ҡабул ителде.
Йәмғеһе ике кандидат тәҡдим ителде: БР дүртенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай спикеры Константин Толкачев һәм БР Дәүләт Йыйылышы ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһы рәйесе Николай Самойленко.
Йәшерен тауыш биреү юлы менән конференция делегаттары БР бишенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе вазифаһына кандидат итеп Константин Толкачевты һайланы. Уның өсөн 207 кандидаттың 156-һы тауыш бирҙе. Николай Самойленко 26 тауыш йыйҙы.
Автор: Ғәлиә Нәбиева
Читайте нас