Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.07
0
91.39
-0.55
62.51
+0.52
-6 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Сентябрь 2013, 18:35

Республика Президенты Туймазыла яңы балалар баҡсаһын ҡараны

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Туймазының «Ҡояшлы» биҫтәһендә яңы балалар баҡсаһын ҡараны. Тәүге сабыйҙарҙы мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы 2 сентябрҙә ҡабул итте. Балалар баҡсаһы тулы ҡеүәтенә ике аҙнанан эшләй башлаясаҡ. Йәмғеһе 254 бала бында путевка алған.
Мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһында компьютер кабинеты, һынлы сәнғәт бүлмәһе, музыка һәм спорт залдары бар. Балалар баҡсаһы биләмәһе хәүефһеҙлек талаптарына яуап биргән ҡорамалдар менән йыһазландырылған.
Рөстәм Хәмитов төркөмдәрҙе, музыка залын, туҡланыу блогын, балалар уйын майҙансыҡтарын ҡарап сыҡты. Республика етәксеһе билдәләүенсә, бындай балалар баҡсаларын төҙөү практикаһын дауам итергә кәрәк. Объекттың дөйөм хаҡы – 150 миллион һум.
Автор: Людмила Терновая, Ғәлиә Нәбиева
Читайте нас