Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
90.99
0
98.78
0
83.96
+0.69
12+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Сентябрь 2013, 15:44

Ишембайҙа Рөстәм Хәмитов һәм Михаил Бабич Башҡортостан кадет корпусы курсанттарын Белем көнө менән ҡотланы

Дүшәмбе, 2 сентябрҙә, Ишембайҙа Волга буйы федераль округының Башҡортостан кадет корпусында тәрбиәләнеүселәрҙең сафҡа теҙелеү тантанаһы үтте. Белем көнө һәм яңы уҡыу йылы башланыуы менән кадеттарҙы һәм уҡытыусыларҙы РФ Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич һәм Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов ҡотланы. «КаДетство» проекты сиктәрендә РФ оборона министрлығы, РФ Эске эштәр министрлығы, РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы менән берлектә РФ Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле аппараты инициативаһы буйынса һәм «Ростех», «УГМК-Холдинг», «Уралхим», «Уралвагонзавод», «ТАИФ» компанияларының финанс ярҙамы менән Республика кадет корпусы ағымдағы йылдың йәйендә федераль кимәлдәге дөйөм белем биреү учреждениеһына үҙгәртелде.
— Бындай ҡарар Башҡортостан Президенты менән берлектә ҡабул ителде. Уның маҡсаты - һеҙҙең белем биреү системаһы өсөн иң уңайлы шарттар булдырыу, - тине Михаил Бабич, кадеттарға мөрәжәғәт итеп. – Был ябай үҙгәреш түгел. Яңы статус яңы бурыстар ҙа өҫтәй. Белем биреү сифаты үҙгәрергә тейеш. Корпуста дөйөм белем биреү предметтарын өйрәнеү, спорт өлкәһен үҫтереү, йәштәргә хәрби-патриотик тәрбиә биреү өсөн бөтә шарттар ҙа булдырыласаҡ. Уҡыу йортон тамамлаған һәр кадет илдең иң яҡшы юғары уҡыу йорттарына уҡырға инә алырға тейеш.
Республика Президенты Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, яңы статус икенсе, йәғни юғарыраҡ баҫҡысҡа менеүҙе күҙ уңында тота. Кадет корпусын үҫтереү мотлаҡ, һәм был Волга буйы федераль округы менән берлектә эшләнәсәк. Уҡыу йорто өсөн спорт ҡоролмалары һатып алынасаҡ, бүлмәләр яңыртыласаҡ. Курсанттарға мөрәжәғәт итеп, Президент уларҙы белем алыуға етди ҡарарға саҡырҙы.
Проект балаларға, шул иҫәптән ауыр тормош хәлендә ҡалған үҫмерҙәргә ярҙам итеү, уларға тормошта лайыҡлы урын табырға мөмкинселек биреү маҡсатында тормошҡа ашырыла. Кадет корпусына конкурс ҙур: бер урынға 4-5 кеше. Директор Рөстәм Мираҫов һүҙҙәренсә, балалар бында килергә ашҡынып тора. Уларҙы ҡаты тәртип тә, физик көсөргәнешлек тә, махсус әҙерлек тә ҡурҡытмай. Бөгөнгө көндә корпуста 11-18 йәштәрҙәге 320-нән ашыу кадет йәшәй һәм белем ала: республиканың төрлө төбәктәренән һәм Рәсәй Федерацияһы субъекттарынан, атап әйткәндә, Силәбе, Ырымбур өлкәләре, Пермь крайы, Ханты-Манси автономиялы округы, Ямал-Ненец автономиялы округынан балалар; тулы булмаған, аҙ тәьмин ителгән һәм күп балалы ғаиләләрҙән үҫмерҙәр, балалар йорттарында тәрбиәләнеүселәр. Әйткәндәй, кадеттар араһында 25 ҡыҙ ҙа бар.
Проектты тормошҡа ашырыу сиктәрендә уҡыусылар һанын 600 кешегә тиклем арттырыу планлаштырыла. Бынан тыш, уҡытыу-матди база ла яҡшыртыласаҡ, өҫтәмә корпус, физкультура-сәләмәтләндереү комплексы, стадион, күп функциялы манеж, тир һәм универсаль спорт майҙансығы төҙөләсәк.
Михаил Бабич һәм Рөстәм Хәмитов уҡытыу бүлмәләрен, спорт залын һәм музейҙы ҡарап сыҡты, шулай уҡ кадеттар менән аралашты.
Волга буйы федераль округында йәнә өс бынай корпус эшләй. Улар Татарстанда, Удмуртияла һәм Пермь крайында урынлашҡан.
Ағымдағы йылда Рәсәйҙә кадет корпустарына йәмғеһе 15 мең бала уҡырға ингән, үткән йыл менән сағыштырғанда, был 7,5 тапҡырға күберәк. Башҡортостан кадет корпусына 100 кеше уҡырға ингән.
Автор:Эльмира Сабирова
Читайте нас: