11:33 (UTC+5), 30 Август 2013

Өфөлә инвалид балалар өсөн «Белем көнө» байрамы ойошторолдо

Әлим Фәйезов
Башҡортостан республика инвалид балаларҙың ата-әсәләре ассоциацияһында «Белем көнө» байрамы үтте. Сараға Өфөнөң барлыҡ райондарынан балалар саҡырылды. Кескәйҙәр һәм үҫмерҙәр төрлө конкурстарҙа, викториналарҙа ҡатнашты. Һәр ҡатнашыусыға татлы бүләктәр тапшырылды.
— Яңы уҡыу йылы башланыуға арналған байрамды, йола буйынса, бер нисә йыл рәттән үткәрәбеҙ, - тип билдәләне Башҡортостан инвалид балаларҙың ата-әсәләре ассоциацияһы етәксеһе Геннадий Сөләймәнов. – Кескәйҙәрҙә уҡыуға, мәктәпкә һөйөү тәрбиәләргә тырышабыҙ. Бала ни тиклем яҡшыраҡ уҡыған һайын, ҙурайғас шул тиклем уңышлыраҡ буласаҡ.
Байрамға килеүселәрҙең күпселеге Бөтә Рәсәй инвалидтар йәмғиәтенең Башҡортостан республика ойошмаһы исеменән сығыш яһаны. Уларҙың барыһы ла мәктәптә уҡый йәки беренсе класҡа барырға йыйына. Сарала балалар менән Өфөнөң 11-се ҡала китапханаһы хеҙмәткәрҙәре аралашты. Кескәйҙәр мәктәп тураһындағы шиғырҙарҙы, йырҙарҙы иҫкә төшөрҙө.
— Яңы уҡыу йылы башланыуға арналған бынай байрамдар Бөтә Рәсәй инвалидтар йәмғиәтенең Башҡортостан республика ойошмаһы ҡарамағындағы барлыҡ район ойошмаларында үтте. Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән йөҙләгән бала быйыл һау-сәләмәт балалар менән ҡуша «Асыҡ мөхит» федераль программаһы буйынса эшләгән ҡәҙимге мәктәптәргә уҡырға барасаҡ, - тип хәбәр итте Бөтә Рәсәй инвалидтар йәмғиәтенең Башҡортостан республика ойошмаһы матбуғат секретары Анна Аксенова.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Электрон почта
inf@bashinform.ru
Адресы
450077, Уфа, Кирова, 45
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Ҡабул итеү бүлмәһе
(347) 250-05-07
Хеҙмәттәшлек
(347) 250-06-14
Кадрҙар бүлеге
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика