Вторник, 14 Апреля 2026
|
Уфа
+12 °С
05:27 (UTC+5), 27 Августа 2013

Белем көнөнә арналған тантаналы саралар 2 сентябрҙә үтәсәк

Людмила Терновая
Быйыл Белем көнөнә арналған тантаналы саралар 2 сентябрҙә үтәсәк. Балаларҙың именлеген тәьмин итеү маҡсатында көн дауамында администрация һәм уҡытыусыларҙың дежурлығы ойоштороласаҡ. Бөтә мәктәптәрҙә лә хоҡуҡ һаҡлау органдары, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы, янғын һағы вәкилдәре буласаҡ. Был хаҡта журналистарға Өфө хакимиәте башлығы урынбаҫары Сынтимер Баязитов һөйләне.
— Мәктәптәр, балалар баҡсалары һәм өҫтәмә белем биреү учреждениеларының яңы уҡыу йылына әҙерлеген тулыһынса тәьмин итеү төп маҡсат булып тора, - тип хәбәр итте ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары. – Атап әйткәндә, матди-техник базаны әҙерләү, капиталь ремонт эштәрен тамамлау, ҡорамалдар, уҡытыу-методик әсбаптар һатып алыу, именлекте тәьмин итеү зарур. Бөгөнгө көнгә ремонт эштәре уҡыу йорттарында 80 процентҡа тамамланған.
2013 йылда йәмғеһе 107 дөйөм белем биреү учреждениеһында, шул иҫәптән 32 мәктәптә, капиталь ремонт үткәрелгән.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Эл. почта
inf@bashinform.ru
Адрес
450077, Уфа, Кирова, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Приемная
(347) 250-05-07
Сотрудничество
(347) 250-06-14
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика