Шаршамбы, 15 Апрель 2026
|
Өфө
+10 °С
06:20 (UTC+5), 22 Август 2013

Өфөлә Халыҡ-ара йәш журналистар форумы старт алды

Ғәлиә Нәбиева
Өфө Халыҡ-ара йәш журналистар, фотохәбәрселәр һәм блогерҙар форумында ҡатнашыусыларҙы ҡабул итә. Сарала Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы ағзалары булған дәүләттәр һәм Рәсәйҙең миллионлы ҡалалары вәкилдәре ҡатнаша. Делегаттар араһында Ҡытай Халыҡ Республикаһы, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Тажикстан, Үзбәкстандың киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре бар. Бер нисә көн дауамында ҡунаҡтар Башҡортостандың милли мәҙәниәте, йолалары һәм төбәктә йәшәгән халыҡтар тарихы, шулай уҡ республиканың социаль-иҡтисади хәле һәм сәнәғәт өлкәһендәге мөмкинлектәре менән танышасаҡ.
Форумды ойоштороусылар булып Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе, сит илдәрҙә йәшәгән ватандаштарыбыҙ эштәре һәм халыҡ-ара гуманитар хеҙмәттәшлек буйынса федераль агентлыҡ, БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы, БР Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы, «Башнефть» акционерҙар нефть компанияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте ҡатнашлығында Башҡортостан Хөкүмәте, Рәсәй йәштәре союзы, «2015 йылда Өфө ҡалаһында ШОС һәм БРИКС сараларын үткәреү өсөн шарттар булдырыу буйынса проекттарға ярҙам итеү офис-төркөмө» автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы, Өфө хакимиәте сығыш яһай.
23 августа миллионлы ҡалаларҙың киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре Өфө хакимиәте башлығы Ирек Ялалов менән аралашасаҡ. Делегацияның Ләлә-Тюльпан мәсетенә барыуы ҡаралған, унда Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе, юғары мөфтөй Тәлғәт Тажетдин менән осрашыу ойоштороласаҡ. Шул уҡ көндө журналистар Республика Хәрби Дан музейына барасаҡ.
24 августа йәштәрҙең Өфө дәүләт авиация техник университетында урынлашҡан «Инфокосмос» конструкторҙар бюроһына барыуы планлаштырылған.
Өфөгә Санкт-Петербург, Түбәнге Новгород, Дондағы Ростов, Новосибирск, Омск, Силәбе, Пермь, Красноярскиҙан ҡатнашыусылар килгән.
Бөгөн Ҡытай, Ҡырғыҙстан, Тажикстан, Үзбәкстан һәм Ҡаҙағстандан йәш журналистар киләсәк.
Башҡортостан баш ҡалаһы ҡунаҡтарҙы 25 авгусҡа тиклем ҡабул итәсәк. Форумда ҡатнашыусылар шулай уҡ Өфө ҡалаһының киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре менән осрашасаҡ.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Электрон почта
inf@bashinform.ru
Адресы
450077, Уфа, Кирова, 45
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Ҡабул итеү бүлмәһе
(347) 250-05-07
Хеҙмәттәшлек
(347) 250-06-14
Кадрҙар бүлеге
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика