Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
76.25
-0.72
89.14
-0.87
62.51
+0.52
17+ °C
Облачно
Йәмғиәт
31 Июля 2013, 06:45

Өфөлә «Рәсәй һәм Ҡаҙағстан: сәйәси-хоҡуҡи, иҡтисади һәм социаль-мәҙәни хеҙмәттәшлек нигеҙҙәре» форумы үтәсәк

31 июлдә Өфөлә «Рәсәй һәм Ҡаҙағстан: сәйәси-хоҡуҡи, иҡтисади һәм социаль-мәҙәни хеҙмәттәшлек нигеҙҙәре» халыҡ-ара форумы үтәсәк. Сараны Башҡортостан социаль технологиялар институты нигеҙендә Рәсәй Федерацияһында ЮНЕСКО-ЮНЕВОК үҙәге ойоштора.
Түңәрәк өҫтәл эшендә Ҡаҙағстан Республикаһы делегацияһы, БР «Елим Ай» ҡаҙаҡ милли мәҙәниәте үҙәге» төбәк йәмәғәт ойошмаһы ағзалары, Башҡортостандың ғилми һәм йәмәғәт берләшмәләре вәкилдәре ҡатнашасаҡ. Сарала биләмәләрҙе сәйәси-хоҡуҡи йәһәттән үҫтереү мәсьәләләре, халыҡ-ара сәйәсәт өлкәһендәге хеҙмәттәшлектең үҫеш тенденциялары тикшереләсәк.
Телекүпер форматында «Жас Улан» берҙәм балалар-үҫмерҙәр ойошмаһы» йәмәғәт берләшмәһе рәйесе Нәзирә Болдурукова (Астана, Ҡаҙағстан) һәм Мәскәү дәүләт халыҡ-ара мөнәсәбәттәр институтының Евразия клубы рәйесе Юрий Кофнер (Мюнхен, Германия) менән диалог ойоштороласаҡ.
Автор:Ғәлиә Нәбиева
Читайте нас