Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
0
91.84
0
62.51
+0.52
-25 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
31 Июль 2013, 15:41
Борай районының йәш гвардиясылары алкоголгә һәм тәмәкегә ҡаршы рейд үткәрҙе
Борай ауылында «Агенттар» федераль проекты сиктәрендә алкоголгә һәм тәмәкегә ҡаршы акция үтте, тип хәбәр итә ER.RU. «Берҙәм Рәсәйҙең Йәш Гвардияһы»ның Борай районындағы бүлексәһе активистары район Советы депутаты Рөстәм Муллағәлиев менән бергә законһыҙ рәүештә балиғ булмағандарға алкоголле эсемлектәр һәм тәмәке һатыу осраҡтарын асыҡлау маҡсатында магазиндар буйлап рейд үткәрҙе.
Акцияла ҡатнашыусылар өс супермаркетта һәм шәхси эшҡыуарҙарҙың алты магазинында булды. Асыҡланыуынса, һатыусыларҙың күбеһе үҙ эшен намыҫлы башҡара һәм законды боҙмай, балиғ булмағандарға алкоголле эсемлектәр һәм тәмәке һатмай. Улар һатып алыусының йәшен һорай һәм паспорт күрһәтеүен талап итә.
Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, эштәренә яуаплы ҡарамаған һатыусылар ҙа осрай. Улар үҙ файҙаһы өсөн генә эшләй. Ундайҙар менән иҫкәртеү эше алып барырға кәрәк. Акцияның төп маҡсаты – намыҫһыҙ һатыусыларға яза биреү түгел, ә уларҙы әүҙем гражданлыҡ позицияһына өндәү. Рөстәм Муллағәлиев сауҙа хеҙмәткәрҙәренә закон талаптарына ярашлы эшләүҙең ни тиклем мөһим булыуын аңлатты.
Автор:
Ғәлиә Нәбиева
Теги:
берҙәм рәсәй
акциялар
Читайте нас