Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
0
91.84
0
62.51
+0.52
-25 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Июнь 2013, 13:05

Төбәктә 212 һайлау кампанияһы үткәреләсәк

Берҙәм тауыш биреү көнө – 8 сентябрҙә Башҡортостанда 212 һайлау кампанияһы үткәреү планлаштырыла. Дөйөм алғанда 396 депутат мандаты алмаштырыласаҡ, тип хәбәр иттеләр БР Үҙәк һайлау комиссияһының матбуғат хеҙмәтенән.
Мандаттар араһынан 110-ы (ҡатнаш система буйынса) Башҡортостан Республикаһы бишенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға һайлауҙарҙа алмаштырыласаҡ. Бөрө һәм Благовещен ҡалаларының ҡала биләмәһе Советтарына һайлауҙарҙа 20-шәр мандат алмаштырыласаҡ. Муниципаль район һәм ҡала округы Советтарына депутатлыҡҡа өҫтәмә һәм ҡабаттан һайлауҙар буйынса йәнә 12 һайлау кампанияһы үткәреләсәк, уларҙа 12-шәр депутат мандаты алмаштырыласаҡ. Шулай уҡ 234 мандат ауыл һәм ҡала биләмәләре Советтарына депутатлыҡҡа өҫтәмә һайлауҙар сиктәрендә алмаштырыласаҡ. Был йәһәттән 197 кампания үткәреү ҡаралған.
Автор: Людмила Терновая
Читайте нас