Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
0
91.84
0
62.51
+0.52
-16 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Июнь 2013, 17:38

22 июнгә ҡарай төндә Өфөлә «Хәтер шәме» акцияһы үтә

Өфөнөң Еңеү паркында Бөйөк Ватан һуғышы башланыуға 72 йыл тулыуға арналған «Хәтер шәме» акцияһы ойоштороласаҡ. Сара 22 июнгә ҡарай төндә илдең барлыҡ төбәктәрендә үтә.
Ғәҙәттәгесә, акцияла «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк бүлексәләре вәкилдәре ҡатнашасаҡ. Партияның төбәк бүлексәһе секретары, БР Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев, төбәк сәйәси советы Президиумы ағзалары, «Берҙәм Рәсәйҙең Йәш Гвардияһы» активистары Мәңгелек утҡа сәскәләр һаласаҡ.
Сәскәләр һалыу тантанаһы урындағы ваҡыт менән иртәнге сәғәт алтыла башлана. Сарала ҡатнашыуға барлыҡ теләүселәр саҡырыла, тип хәбәр иттеләр «Берҙәм Рәсәй» партияһының матбуғат хеҙмәтенән.
Автор: Людмила Терновая
Читайте нас