Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.74
-0.41
91.9
+0.06
62.51
+0.52
-5 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Июнь 2013, 13:29

Дайверҙар Яҡтыкүл төбөндә өмә үткәрҙе

Әбйәлил районында Башҡортостанда иғлан ителгән Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылы сиктәрендә Яҡтыкүл төбөндә өмә үткәреү буйынса акция үтте. Бындай сара үткәреү башланғысы менән Магнитогорскиҙың «Һыу аҫты парашюты» клубы ағзалары менән берлектә Ташбулат ауыл биләмәһе башлығы Салауат Нафиҡов сығыш яһаны.
— Йыл һайын дайверҙар әлеге күл төбөнә төшөп, бер юлы уны сүп-сарҙан таҙарта, - тип һөйләне ойоштороусыларҙың береһе Эдуард Якушев. – Беҙҙең өсөн был тренировка ла, эш тә, ял да.
Һигеҙ дайвер күл төбөнә төшөп, һыуҙы сүп-сарҙан таҙартып сыҡты. Күл буйынан һәм төбөнән ике трактор арбаһы сүп-сар йыйылды. Ауыл биләмәһе хакимиәте хеҙмәткәрҙәре подводниктар өсөн ашатыу ойошторҙо, сүп-сарҙы сығарып түгеү өсөн транспорт менән тәьмин итте.
Өмәлә ҡатнашыусылар менән Ташбулат ауылы биләмәһендә урынлашҡан йәнә ике күл төбөн таҙартыу тураһында һөйләшеп килешелде.
Автор: Людмила Терновая
Читайте нас