Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
+0.96
91.84
+1.05
62.51
+0.52
-8 °C
Ҡар
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Июнь 2013, 13:00
Башҡортостандың Благовещен районында журналистар һабантуйы үтәсәк
14 июндә Башҡортостандың Благовещен районында журналистар һабантуйы үтә. Быйылғы фестиваль «Йәйге лагерь» темаһы буйынса үткәрелә, тип хәбәр иттеләр БР Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығынан.
Байрамды асыу тантанаһында БР Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы етәксеһе Борис Мелкоедов, «Башҡортостан Республикаһының Журналистар союзы» төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Артур Дәүләтбәков, «Башнефть» акционерҙар нефть компанияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең матбуғат хеҙмәте етәксеһе Александр Шадрин сығыш яһаясаҡ.
Шул уҡ көндө БР Журналистар союзына яңы ағзалар ҡабул итеү тантанаһы үтәсәк. Бынан тыш, күңел асыу программаһы ҡаралған. Уның сиктәрендә төрлө спорт ярыштары (футбол, волейбол, пейнтбол, арҡан тартыу, гер күтәреү), «Эшсе хәбәрселәр һәм ауыл хәбәрселәре алышы» турниры үтәсәк.
Автор:
Розалия Вәлиева
Теги:
фестивалдәр
журналистика
һабантуй
Читайте нас