Среда, 15 Апреля 2026
|
Уфа
+12 °С
06:34 (UTC+5), 06 Июня 2013

Төбәктә 12 меңдән ашыу уҡыусы сит телдәр һәм физика буйынса берҙәм дәүләт имтиханын тапшыра

Эльмира Сабирова
Кесе йома, 6 июндә, сығарылыш класс уҡыусылары сит телдәр һәм физика буйынса берҙәм дәүләт имтиханын тапшыра.
БР Мәғариф министрлығының дөйөм белем биреү һәм дәүләт йомғаҡлау аттестацияһы бүлеге баш белгесе Жанна Минекәева хәбәр итеүенсә, быйыл физика һайлау буйынса иң популяр имтихандарҙың береһе булып тора. Был фән буйынса 10 меңгә яҡын кеше имтихан тапшырырға планлаштыра.
Инглиз теленән ике меңдән ашыу уҡыусы имтихан тапшыра. Немец һәм француз телен, шул тәртиптә, 60 һәм 12 кеше һайлаған. Сит телдәр буйынса БДИ тапшырыу өсөн ни бары 20 балл йыйырға кәрәк.
Дәүләт имтихандарының күпселек өлөшө инде тапшырылған. Улар 27 майҙа старт алғайны. Бер аҙна ярым эсендә уҡыусылар ике төп предмет (рус теле һәм математика) һәм һайлап алған предметтар (информатика, биология, тарих) буйынса имтихандар тапшырҙы. 10 июндә улар - йәмғиәтте өйрәнеү һәм химия, 13 июндә география һәм әҙәбиәт буйынса БДИ тапшырасаҡ.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Эл. почта
inf@bashinform.ru
Адрес
450077, Уфа, Кирова, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Приемная
(347) 250-05-07
Сотрудничество
(347) 250-06-14
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика