Среда, 15 Апреля 2026
|
Уфа
+10 °С
09:53 (UTC+5), 31 Мая 2013

Башҡортостанда 2013 йылдың иң яҡшы экологтары билдәләнде

Галина Бахшиева
Өфөлә Бөтә донъя тирә-яҡ мөхитте һаҡлау көнөнә арналған «Экологик именлек буйынса иң яҡшы белгес-2013» республика конкурсына йомғаҡ яһалды.
Бәйгелә Башҡортостан предприятиеларынан 55 белгес ҡатнашты. Сараны ойоштороусылар булып «Тармаҡ-ара институт» дәүләткә ҡарамаған белем биреү учреждениеһы, БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы, Тәбиғәттән файҙаланыу өлкәһендә күҙәтеү буйынса Федераль хеҙмәттең БР буйынса идаралығы сығыш яһаны.
— Бөгөн дәүләт, йәмәғәт ойошмалары тарафынан тирә-яҡ мөхитте һаҡлауға ҙур иғтибар бүленә, - тип билдәләне төбәктең тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры урынбаҫары Ольга Лаздина, конкурсанттарҙы сәләмләп. – Был өлкәлә юғары квалификациялы кадрҙар кәрәк. Тирә-яҡ мөхит торошо һәм экологик сараларҙың һөҙөмтәлелеге һеҙҙең тәбиғәтте һаҡлау бурыстарын нисек үтәүегеҙҙән тора.
Быйыл конкурс түбәндәге биш номинация буйынса үткәрелде: «Конкурстың иң йәш ҡатнашыусыһы» (Өфө буйынса), «Конкурстың иң йәш ҡатнашыусыһы» (республика буйынса), «Экологик именлек өлкәһендә күп йыллыҡ хеҙмәт стажы өсөн», «Экологик хеҙмәттәр күрһәтеү буйынса махсуслашҡан предприятие» һәм «Еңеүгә ынтылыш өсөн».
Һөҙөмтәлә «Уралтранснефтепродукт» асыҡ акционерҙар йәмғиәте Өфө производство бүлексәһенең экологик именлек һәм тәбиғәттән рациональ файҙаланыу бүлеге начальнигы Игорь Андреев еңеүсе тип танылды. Икенсе урынға - «Уралсибнефтепровод» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең экологик именлек һәм тәбиғәттән рациональ файҙаланыу хеҙмәте начальнигы Лилиә Тимерғәлиева, өсөнсө урынға «МАСК» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең инженер-экологы Ольга Ломакина лайыҡ булды, тип хәбәр итте БР Экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу министрлығының матбуғат секретары Нина Никандрова.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Эл. почта
inf@bashinform.ru
Адрес
450077, Уфа, Кирова, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Приемная
(347) 250-05-07
Сотрудничество
(347) 250-06-14
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика