Вторник, 14 Апреля 2026
|
Уфа
+12 °С
10:05 (UTC+5), 27 Мая 2013

Башҡортостанда 26,7 гектар урман янғындан зыян күргән

Галина Бахшиева
Башҡортостанда үткән ял көндәрендә өс урман янғыны теркәлгән, уларҙың дөйөм майҙаны ете гектарҙан ашыу тәшкил иткән.
— Баймаҡ һәм Бәләбәй урман хужалыҡтарындағы ике янғын тиҙ арала һүндерелде, - тип хәбәр итте БР Урман хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте етәксеһе Айбулат Ғәйнуллин. – Өфө урман хужалығында теркәлгән янғын таралыуҙан туҡтатылды, әлеге ваҡытта уны һүндереү буйынса эштәр алып барыла. Янғындарҙың барлыҡҡа килеү сәбәптәре әлегә асыҡлана.
Республикала 2013 йылдағы янғын хәүефе миҙгеле башланғандан алып йәмғеһе биш урман янғыны теркәлгән. Уларҙың икәүһе кешенең ут менән һаҡһыҙ эш итеү сәбәпле барлыҡҡа килгән. Ҡалған өсәүһенең сәбәптәре асыҡлана.
Янғындан зыян күргән майҙан бөгөнгө көнгә 26,7 гектар тәшкил итә, тип хәбәр иттеләр БР Урман хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.
Хәтерегеҙгә төшөрәйек, БР Урман хужалығы министрлығының диспетчер идараһы пункты тәүлек әйләнәһенә эшләй. Урман һағының «тура линия»һы телефоны: 8(347)262-40-39 йәки 8-800-100-94-00 (бөтә телефондарҙан да шылтыратыу бушлай).
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Эл. почта
inf@bashinform.ru
Адрес
450077, Уфа, Кирова, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Приемная
(347) 250-05-07
Сотрудничество
(347) 250-06-14
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика