Среда, 15 Апреля 2026
|
Уфа
+17 °С
06:11 (UTC+5), 08 Мая 2013

Саҡмағошта ҡыҙыу нөктәләрҙә һәләк булғандарға һәйкәл асылды

Арина Рәхимҡолова
Саҡмағош ауылында ҡыҙыу нөктәләрҙә һәләк булғандарға һәйкәл асылды. Тантаналы сарала Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусылар, Дәүләт Думаһы депутаты Иршат Фәхретдинов, Саҡмағош районы, ауыл биләмәләре етәкселеге, хеҙмәт коллективтары вәкилдәре һәм мәктәп уҡыусылары ҡатнашты.
— Бөйөк Ватан һуғышында еңеү беҙгә бик ҡиммәткә төштө. Рәсәй халҡы һәләк булғандарҙы рәхмәт һүҙҙәре менән иҫкә ала, иҫән ветерандарға иғтибар йылдан-йыл арта бара. Ҡалаларҙа ғына түгел, барлыҡ ауылдарҙа ла һәләк булған яугирҙарға һәйкәлдәр ҡуйылған. Ағымдағы йылда һуғышта ҡатнашыусыларҙың һәм уларҙың тол ҡатындарының торлаҡ мәсьәләләре тулыһынса хәл ителер, тип ышанам.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Ер шарында көн һайын унлаған локаль һуғыш бара. Уларҙа ҡатнашҡан Совет һәм Рәсәй Армияһы яугирҙары үҙ бурысын намыҫлы үтәне.
— Афғанстанда һәм Төньяҡ Кавказда хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусы булараҡ, мин Саҡмағош районы хакимиәте башлығы Риф Йосоповҡа, уның командаһына, хәрби хәрәкәттәрҙә һәләк булғандарға һәйкәл булдырыуҙа ҡатнашҡан барлыҡ кешеләргә сикһеҙ рәхмәтемде белдерәм, - тине Иршат Фәхретдинов.
Дәүләт Думаһы депутаты һәм район башлығы һәйкәл асыуҙа әүҙем ҡатнашҡан кешеләргә миҙалдар тапшырҙы һәм сарала ҡатнашыусыларҙы Бөйөк Еңүегә 68 йыл тулыу менән ҡотланы.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Эл. почта
inf@bashinform.ru
Адрес
450077, Уфа, Кирова, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Приемная
(347) 250-05-07
Сотрудничество
(347) 250-06-14
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика