Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.07
+0.33
91.94
+0.04
62.51
+0.52
-5 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Май 2013, 15:28
112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейында ветерандар менән осрашыу үтте
Еңеү көнө алдынан Башҡортостандың яугир-интернационалистары Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар менән осрашыуҙар үткәрә. Бындай сараларҙың береһе 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейында үтте.
Осрашыуҙы ойоштороусылар булып Башҡортостандың Хәрби хәрәкәттәр ветерандары союзы, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейы, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы ветерандары советы сығыш яһаны.
Сара сиктәрендә урындағы ветерандар ойошмаларының эшмәкәрлеген сағылдырған тематик фотокүргәҙмә ойошторолдо.
— Яңы быуын ветерандары фашизмға ҡаршы көрәшкән өлкән быуындан эстафета ҡабул итә. Үҙебеҙҙең өлкән яугирҙарыбыҙ тураһында онотмайбыҙ, бер генә сара ла уларҙың ҡатнашлығынан тыш үтмәй, - тине БР Хәрби хәрәкәттәр ветерандары союзы рәйесе Тимерйән Рәжәпов.
Ҡунаҡтар һәм ветерандар алдында башҡорт эстрадаһы йондоҙҙары Зилә һәм Хәсән Усмановтар, шағир-композитор Фәниә Даутова, 102-се башҡорт гимназияһы уҡыусылары, «Боевые друзья» вокаль-инструменталь ансамбле сығыш яһаны. Сара һуңында ветерандарға сәскәләр һәм бүләктәр тапшырылды.
Автор:
Арина Рәхимҡолова
Теги:
ҡораллы көстәр һәм йәмғиәт
еңеү көнө
ветерандар
Читайте нас