Вторник, 14 Апреля 2026
|
Уфа
+11 °С
04:20 (UTC+5), 07 Мая 2013

«Китаптар - балаларға» акцияһы сиктәрендә Башҡортостан китапханаларына Мәскәүҙән меңдән ашыу китап ебәрелде

Арина Рәхимҡолова
Мәскәүҙән балалар йорттарына, ауыл мәктәптәренә һәм республика китапханаларына меңдән ашыу китап ебәрелде. «Ныҡлы ғаилә» федераль проекты берҙәм рәсәйлеләрҙең «Китаптар - балаларға» төбәк проектын күтәреп алды, тип хәбәр итә ER.RU.
– Башҡортостанда «Китаптар - балаларға» проекты, «Яҡташтар» кеүек үк, республика халҡында хуплау тапты. Көн һайын «ҡыҙыу линия» телефонына битараф булмаған граждандарҙан унлаған шылтыратыу ҡабул ителә, улар балалар йорттарына, ауыл мәктәптәренә һәм китапханаларға үҙҙәренең китаптарын бирергә әҙер, - тип билдәләне төбәк башҡарма комитетының баш белгесе Руслан Нәсретдинов.
Проект тормошҡа ашырала башлғандан алып бер ай эсендә ирекмәндәр ярты миллионға яҡын китап йыйған. Китаптар Башҡортостан халҡынан ғына түгел, Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән дә ҡабул ителә. Шулай итеп, «Ныҡлы ғаилә» федераль проекты «Ғаилә – ҙур бүләк» («Семья – величайший дар») антологияһын бүләк итте.
– Был китап беҙҙең проект ярҙамында нәшер ителде. Уны Рәсәй төбәктәренә таратырға планлаштырғайныҡ. Әммә Башҡортостанда «Китаптар - балаларға» акцияһы үткәрелеүе хаҡында белгәс, китаптарҙың күпселек өлөшөн һеҙгә ебәрергә булдыҡ, - тине «Ныҡлы ғаилә» федераль проектының башҡарма директоры Артур Реан.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Эл. почта
inf@bashinform.ru
Адрес
450077, Уфа, Кирова, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Приемная
(347) 250-05-07
Сотрудничество
(347) 250-06-14
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика