Шишәмбе, 14 Апрель 2026
|
Өфө
+12 °С
12:20 (UTC+5), 18 Апрель 2013

Башҡортостанда «Ҡотҡарыу һәм һаҡлап ҡалыу» халыҡ-ара экологик акцияһы старт алды

Галина Бахшиева
Башҡортостанда Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылы сиктәрендә «Ҡотҡарыу һәм һаҡлап ҡалыу» халыҡ-ара экологик акцияһы старт алды.
Башҡортостан Хөкүмәте ҡарары буйынса, «Ҡотҡарыу һәм һаҡлап ҡалыу» акцияһына әҙерлек һәм уны үткәреү буйынса эш төркөмөн республиканың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Илдар Һаҙыев етәкләне. Эш төркөмө составына шулай уҡ мәғариф, мәҙәниәт, йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрҙары, БР ЮНЕСКО эштәре буйынса комитеты, Кама бассейны һыу идаралығының Башҡортостан буйынса һыу ресурстары бүлеге һәм йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре инде.
БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат секретары Нина Никандрова хәбәр итеүенсә, быйыл «Ҡотҡарыу һәм һаҡлап ҡалыу» акцияһы «Иртәгәһе көнөбөҙҙө һаҡлайыҡ!» девизы аҫтында үтә. Акция сиктәрендә ойоштороласаҡ саралар республиканың ҡала һәм райондарында 1 октябргә тиклем дауам итәсәк.
Планлаштырылған саралар иҫәбендә - «Парктар маршы-2013», «Минең Республикам», «Тәбиғәт һәм кеше», «Изге эштәр йылъяҙмаһы» республика акциялары, «Башҡортостанымдың ҡанатлы дуҫтары» конкурсы һәм башҡа саралар.
Бынан тыш, экология темаһына кино күрһәтеү, «Ирәмәл» тәбиғәт паркында «Көньяҡ Уралдың айырыуса һаҡланған тәбиғәт территорияларының төбәк-ара хеҙмәттәшлек итеү мөмкинлектәре» конференцияһын үткәреү планлаштырыла.
Акция сиктәрендә шулай уҡ 2013 йылдың сентябрендә махсус күргәҙмә үткәреләсәк, йыл йомғаҡтары буйынса «Өфө мегаполисы экологияһы» исемле монография һәм Бөтә донъя һыу ресурстары көнөнә ҡарата төбәк-ара йыйынтыҡ нәшер ителәсәк.
Йыл һайын «Ҡотҡарыу һәм һаҡлап ҡалыу» акцияһында Башҡортостанда бер миллиондан ашыу кеше ҡатнаша. 2012 йылда был акция сиктәрендә тәбиғәтте һаҡлау йүнәлешендә 100-ҙән ашыу сара үткәрелде. Үҫеп килеүесе быуын – мәктәп уҡыусылары, балалар ижады йорттарында, йәш натуралистар станцияларында шөғөлләнеүселәр, шулай уҡ студенттар менән эшләүгә айырыуса иғтибар бүленә.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Электрон почта
inf@bashinform.ru
Адресы
450077, Уфа, Кирова, 45
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Ҡабул итеү бүлмәһе
(347) 250-05-07
Хеҙмәттәшлек
(347) 250-06-14
Кадрҙар бүлеге
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика