Шишәмбе, 16 апрелдә, Башҡортостан баш ҡалаһында Рәсәй Федерацияһы субъекттарында бала хоҡуҡтары буйынса вәкилдәрҙең етенсе бөтә Рәсәй съезы асылды. Сара өс көн дауам итәсәк. Унда РФ Президенты янындағы Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Павел Астахов, Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, шулай уҡ бала хоҡуҡтарын яҡлаусылар, федераль һәм төбәк министрлыҡтары һәм ведомстволары, фәнни, медицина, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, эксперттар ҡатнаша.
Форум наградлау тантанаһынан башланды: туғыҙ бала тәрбиәләгән Старцевтар ғаиләһенә - «ГАЗель» микроавтобусынан асҡыстар, ҡасандыр балалар йортонда тәрбиәләнгән Артем һәм Алена Вәлиевтар ғаиләһенә ике бүлмәле фатирҙан асҡыстар тапшырылды.
Рөстәм Хәмитов Бала хоҡуҡтары буйынса вәкилгә Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһын тапшырҙы. Павел Астахов, үҙ сиратында, бала хоҡуҡтары буйынса вәкилдәрҙе һәм ауыр тормош хәлендә ҡалған балаларға ярҙам күрһәткән барлыҡ кешеләрҙе «Балаларҙы яҡлауҙа күрһәткән фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн» миҙалдары, Почет грамоталары һәм рәхмәт хаттары менән наградланы.
Башҡортостан Президенты билдәләүенсә, үткән йылда республикала 59 мең сабый донъяға килгән. Һуңғы 20 йыл эсендә был иң яҡшы күрһәткес булып тора. Бөгөн Волга буйы федераль округы төбәктәре араһында Башҡортостан тыуым кимәле буйынса – дүртенсе, күп балалы ғаиләләр һаны буйынса беренсе урынды биләй, тип хәбәр итте төбәк башлығы.
Һаулыҡ һаҡлау системаһын яңыртыу ҙа быға булышлыҡ итә. «Һаулыҡ» милли проекты сиктәрендә медицина учреждениеларының матди-техник базаһын нығытыуға 4 миллиард һумдан ашыу аҡса бүленгән.
Форум барышында Рөстәм Хәмитов мәғариф темаһына ла туҡталды. Уның һүҙҙәренсә, балалар баҡсаларына сираттар мәсьәләһе илдең күпселек төбәктәре өсөн киҫкен проблема булып тора. Республикала был мәсьәләне хәл итеүгә ғәйәт ҙур сумма йүнәлтелгән. 2011 йылда балалар баҡсаларында – 10 меңдән ашыу, үткән йылда 14 меңдән ашыу урын булдырылған. 2015 йыл аҙағынаса 30 меңгә яҡын яңы урын булдырыласаҡ. Мәктәпкәсә белем биреү уреждениеларын сафҡа индереү күләмдәре буйынса Волга буйы федераль округы төбәктәре араһында Башҡортостан лидерҙар иҫәбенә инде, тип хәбәр итте республика Президенты.
Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, төбәктә 18 меңдән ашыу етем бала йәшәй, уларҙың яҡынса 90 проценты - тәрбиәгә бала алған һәм патронат ғаиләләрҙә, меңдән ашыуы балалар йорттарында тәрбиәләнә.
Башҡортостанда был мәсьәләне хәл итеү буйынса ҙур эштәр башҡарыла. Бөгөнгө көндә төбәктә баланы тәрбиәгә алған ата-әсәләр 400 мең һумдан ашыу аҡса ала. Ә инвалид баланы тәрбиәгә алған ғаиләләр өсөн аҡсалата пособие күләмен республика етәкселеге йәнә 100 мең һумға арттырырға ҡарар итте.
Шулай уҡ етем балаларҙы торлаҡ менән тәьмин итеү мәсьәләһе өҫтөнлөклө булып ҡала. Уны хәл итеү өсөн ҙур ресурстар кәрәк, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов. Республикала һуңғы биш йылда был маҡсаттарға йүнәлтелгән сумма яҡынса 1,5 миллиард һумға етте. Мең ярымдан ашыу етем бала фатир алды.
Аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән балалар ҙа республика властарының иғтибар үҙәгендә. Бөгөн төбәктә 170 меңдән ашыу балалы ғаилә 20 төр социаль ярҙам ала. Былтыр был маҡсаттарға республика бюджетынан яҡынса өс миллиард һум аҡса йүнәлтелгән.
Балаларҙы яҡлау өлкәһендәге мәсьәләләрҙе дәүләт үҙе генә хәл итә алмай, тип билдәләне республика Президенты. Бындай глобаль проблемаларҙы хәл итеүҙә бизнес, сәйәси партиялар, йәмәғәт хәрәкәттәре, дини ойошмалар, киң мәғлүмәт саралары ҡатнашырға тейеш. Барлыҡ был мәсьәләләр үткән йылда ҡабул ителгән 2017 йылға тиклем республикала балаларҙың ихтыяжынан сығып эш итеү стратегияһында билдәләнгән.
Шаршамбы, 17 апрелдә, Республика клиник психотерапия үҙәгендә, Республика балалар клиник дауаханаһында, «Мәрхәмәт» хәйриә фондының Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн үҫеш үҙәгендә һәм махсуслаштырылған Сабый йортонда фекер алышыу майҙансыҡтары ойошторола.
Съезд кесе йома, 18 апрелдә, «Социаль етемлекте иҫкәртеүҙә опека һәм попечителлек органдарының роле һәм баланың ғаиләлә тәрбиәләнеүгә хоҡуғын тормошҡа ашырыу» бөтә Рәсәй семинары менән тамамлана. Доклад менән Павел Астахов, шулай уҡ БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова сығыш яһаясаҡ.