Среда, 15 Апреля 2026
|
Уфа
+17 °С
05:01 (UTC+5), 15 Апреля 2013

Рөстәм Хәмитов юл-төҙөлөш лабораторияһы эшмәкәрлегенең сифатын тикшерҙе

Розалия Вәлиева
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Өфөлә апрель башында асылған юл-төҙөлөш лабораторияһының эшмәкәрлеге менән танышты.
Әлеге ваҡытта бында юлдарҙы ремонтлағанда һәм яңыларын төҙөгәндә файҙаланыласаҡ материалдарҙың сифаты тикшерелә. Лаборатория Германия һәм Америкала етештерелгән заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Уның директоры Василий Ивлев һүҙҙәренсә, бындай лабораториялар Мәскәүҙә һәм Санкт-Петербургта ғына бар. Йәмғеһе 25,5 миллион һум суммаға 602 берәмек ҡорамал һатып алынған.
— Юл төҙөүселәр өсөн мөһим мәл етте – йә улар яңыса һәм сифатлы эшләй башлаясаҡ, йә уларҙың урынына профессиональ эшләгән башҡа хеҙмәткәрҙәрҙе саҡырасаҡбыҙ, - тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. – Насар эшләгән өсөн ҙур аҡса алған замандар үтте. Хәҙер төҙөлөштөң барлыҡ этаптарында ҡаты һәм даими контроль буласаҡ. Был Башҡортостанда юлдар сифатын яҡшыртыуҙа тәүге һәм мөһим аҙым буласаҡ.
Өфөләге лабораторияның ҡеүәте яҡында урынлашҡан райондарҙы хеҙмәтләндереү өсөн етәсәк. Республика кимәлендәге бындай лаборатория алдағы йылда булдырыласаҡ, кәрәкле ҡорамалдар һатып алынған да инде. Хеҙмәткәрҙәрҙең квалификацияһына килгәндә, Өфө дәүләт нефть техник университетының төҙөлөш факультеты һәм Өфө автоюлдар техникумы менән хеҙмәттәшлек итеү планлаштырыла –махсус тикшереү эштәре өсөн студенттар әҙерләнәсәк.
Тиҙҙән лаборатория аккредитация үтеп, сәнәғәт масштабтарында тикшеренеүҙәр үткәрә башлаясаҡ. Әлегә белгестәр Октябрь проспектында төҙлөп ятҡан ер аҫты үткәүелдәренең сифатын тикшерә, артабан улар Салаут Юлаев проспекты, Беренсе май һәм Жуков урамдары, «Өфө — Аэропорт» трассаһын тикшерергә планлаштыра. Шулай уҡ лабораторияла бетон сифатын тикшереү өсөн махсус ҡорамалдар бар.
— Материалдарҙың сифатын тикшермәйенсә эшләүҙең файҙаһы булмаясаҡ, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Башҡортостан Президенты. – Лаборатория, тәү сиратта, брак яһаусыларҙы асыҡларға тейеш. Ағымдағы йылда юлдар төҙөүгә республика бюджетынан – 9 миллиард һум, федерль бюджеттан 7,5 миллиард һум аҡса бүленде. Лаборатория аҡса экономияларға мөмкинлек бирәсәк: тик сифатлы материалдарҙы файҙаланып, был суммаға ике тапҡырға күберәк юлдар төҙөп буласаҡ.
1 из 14
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Эл. почта
inf@bashinform.ru
Адрес
450077, Уфа, Кирова, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Приемная
(347) 250-05-07
Сотрудничество
(347) 250-06-14
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика