10:57 (UTC+5), 12 Апреля 2013

Башҡортостан Президенты: «Йәштәргә торлаҡ төҙөү йәһәтенән ярҙамды көсәйтергә кәрәк»

Эльмира Сабирова
Йәштәргә торлаҡ төҙөү йәһәтенән ярҙамды көсәйтергә кәрәк, - тип белдерҙе Рөстәм Хәмитов, Башҡортостан юлдаш телевидениеһы каналында тура эфир барышында Йәрмәкәй районынан йәш журналистың һорауына яуап биреп.
— Торлаҡ мәсьәләһе ауыл ерендә лә, ҡалаларҙа ла киҫкен тора, - тине Президент. – Быларҙың барыһы ла ресурстарға, бюджет мөмкинлектәренә бәйле. Шул уҡ ваҡытта бюджет дефициты беҙҙә 10-12 миллиард һум тәшкил итә, әммә йыл аҙағынаса быны хәл итәсәкбеҙ, тип ышанам.
Рөстәм Хәмитов һүҙҙәренсә, бөгөнгө көндә һаулыҡ һаҡлау өлкәһе хеҙмәткәрҙәре һәм уҡытыусылар өсөн күп нәмә эшләнә. Мәҫәлән, табиптар, бер миллион һумдан тыш, республика бюджетынан 100 мең һум аҡса ала.
— Былтыр ауыл еренә 600-ҙән ашыу табип күсеп барҙы, быйыл уларҙың һаны 300-350-нән дә кәм булмаҫ, тип ышанабыҙ, - тине БР Президенты. – Беҙ һәр ваҡыт резервтар эҙләйбеҙ. Финанс йәһәттән тулыһынса тәьмин итә алмайбыҙ, әлбиттә. Сығымдарҙы өс структура араһында бүлергә кәрәк. Уларҙы республика, муниципалитет һәм йорт төҙөргә теләгән кеше үҙ өҫтөнә алырға тейеш. Бындай программалар булырға тейеш.
Шул уҡ ваҡытта был йәһәттән ыңғай миҫалдар ҙа бар: Илеш һәм Баҡалы райондарында йәш белгестәргә фатирҙар бүленә, әммә ундай осраҡтар бармаҡ менән генә һанарлыҡ.
1 из 2
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Эл. почта
inf@bashinform.ru
Адрес
450077, Уфа, Кирова, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Приемная
(347) 250-05-07
Сотрудничество
(347) 250-06-14
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика