Среда, 15 Апреля 2026
|
Уфа
+11 °С
07:17 (UTC+5), 04 Апреля 2013

Өфөлә тәүге күп функциялы белем биреү үҙәге төҙөләсәк

Арина Рәхимҡолова
Өфө етәкселеге ябай мәктәп төҙөүҙән баш тартып, ҡалала тәүге күп функциялы белем биреү үҙәген төҙөргә ҡарар итте. Уны төҙөүгә 850 миллион һумға яҡын аҡса йүнәлтеләсәк. Был хаҡта Өфө хакимиәте башлығы Ирек Ялалов 51-се мәктәп уҡытыусылары һәм уҡыусыларының ата-әсәләре менән осрашыу барышында һөйләне.
Экспертиза үткәргәндән һуң, был уҡыу йорто бинаһы артабан файҙаланыу өсөн техник яҡтан яраҡһыҙ тип табылған. Уҡыусылар 60-сы лицейға һәм 74-се мәктәпкә уҡырға ебәрелгән. Лицейҙа уҡыусылар һаны 1500-гә еткән.
Икенсе сменала уҡыу, өҫтәмә дәрестәргә һәм түңәрәктәргә йөрөү мөмкинлеге булмауы ата-әсәләрҙе борсомай ҡалмай.
Ирек Ялалов хәбәр итеүенсә, 21-се мәктәп ныҡ иҫкергән булыу сәбәпле мәжбүри рәүештә ябылған. Уның урынына Инорс биҫтәһендә күп функциялы белем биреү мәктәбе төҙөләсәк. Ҡала башлығы билдәләүенсә, бындай йорттар төҙөү тәжрибәһе бығаса Мәскәүҙә ҡулланылған, ә бына Өфө өсөн был яңы күренеш. Үҙәк матди-техник яҡтан заманса йыһазландырыласаҡ, уның биләмәһендә мәктәп, балалар баҡсаһы, үҫмерҙәр клубы урынлашасаҡ, спорт секциялары ойоштороласаҡ. Комплексты асыу 2015 йылдың 1 сентябренә планлаштырылған.
Осрашыуҙа ҡатнашҡан Өфө хакимиәте башлығы урынбаҫары Сынтимер Баязитов икенсе сменала уҡып, һуң ҡайтҡан уҡыусылар өсөн автобустар бүлергә тәҡдим итте. Шулай уҡ, ҡайһы бер уҡыусыларҙы 140-сы башҡорт гимназияһына уҡырға ебәрергә тәҡдим ителде.
Мәктәп уҡыусыларының ял ваҡытын ойоштороу мәсьәләһе лә контролгә алынды. Калинин районы хакимиәтенең мәғариф бүлеге вәкилдәре хәбәр итеүенсә, 2013 йылдың 1 сентябренән уҡыусылар түңәрәктәргә һәм спорт секцияларына йөрөй аласаҡ - әлеге ваҡытта мәғариф бүлеге хеҙмәткәрҙәре был маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн тейешле биналар эҙләү өҫтөндә эшләй.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Эл. почта
inf@bashinform.ru
Адрес
450077, Уфа, Кирова, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Приемная
(347) 250-05-07
Сотрудничество
(347) 250-06-14
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика