Вторник, 14 Апреля 2026
|
Уфа
+12 °С
07:04 (UTC+5), 25 Марта 2013

Республика Президенты Башҡортостандың уникаль муниципаль театрында булды

Ғәлиә Нәбиева
Шәмбе, 23 мартта, Белорет районы буйлап эш сәфәре барышында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов «Дефицит» театр-студияһы» муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһында булды.
Театр 1987 йылда булдырылған. Учреждениены Силәбе мәҙәниәт институтын тамамлаған Андрей Жеряков етәкләй. Был - республикала профессиональ актерҙар түгел, ә һәүәҫкәрҙәр уйнаған берҙән-бер театр, тип хәбәр иттеләр төбәк башлығының матбуғат хеҙмәтенән.
Үткән йылда тамашасы залы реконструкцияланған. Хәҙер ул 127 кешене ҡабул итә ала. Шулай уҡ яҡтыртыу ҡорамалы, башҡа заманса аппаратура һатып алынған. Учреждениены реконструкциялауға муниципаль бюджеттан 11 миллион һум аҡса йүнәлтелгән.
2012 йылдың октябренән – театр реконструкциянан һуң асылғандан бирле 41 спектакль күрһәтелгән. Үҙешмәкәр артистарҙың ижадын урындағы халыҡ юғары баһалай. Белорет сәхәнәһендә Булгаков, Генри, Жуковский һәм башҡа авторҙарҙың әҫәрҙәре ҡуйыла.
Рөстәм Хәмитов был майҙансыҡты яңы постановкалар өсөн генә ҡулланмаҫҡа тәҡдим итте. «Дефицит» шулай уҡ бөтә республиканан да театр коллективтарын һәм сәнғәт оҫталарын ҡабул итә ала.
Башҡортостан Президенты төбәктең Мәҙәниәт министрлығына республикалағы театр коллективтарының гастролдәрен әүҙемләштереү буйынса тейешле күрһәтмә бирҙе.
1 из 14
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Эл. почта
inf@bashinform.ru
Адрес
450077, Уфа, Кирова, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Приемная
(347) 250-05-07
Сотрудничество
(347) 250-06-14
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика