Шаршамбы, 15 Апрель 2026
|
Өфө
+12 °С
07:17 (UTC+5), 12 Март 2013

Республикала 2013 йылда 43 меңдән ашыу бала беренсе класҡа бара

Эльмира Сабирова
Башҡортостанда балаларҙы беренсе класҡа алыу өсөн заявкалар ҡабул ителә башланы. БР Мәғариф министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, ҡаланың барлыҡ мәктәптәре билдәле адрестарға һәм микрорайондарға беркетелгән. 1 авгусҡа тиклем мәктәптәрҙә яҡында урынлашҡан йорттарҙа йәшәгән граждандарҙан заявкалар ҡабул ителә. 1 августан 1 сентябргә тиклем теге йәки был мәктәптә уҡырға теләгән, әммә белем биреү учреждениеһына беркетелгән адрес буйынса теркәлмәгән граждандар заявка бирә ала.
— Мәктәптәрҙе микрорайондарға беркетеү механизмы һәр балаға белем биреү йортонда урын гарантиялай ала. Шул уҡ ваҡытта буласаҡ беренсе класс уҡыусылары өсөн ҡабул итеү буйынса һынауҙар һәм тестар үткәрелмәй, - тип билдәләне БР Мәғариф министрлығының бүлек начальнигы Рәмилә Ишемғолова.
Баланы мәктәпкә биреү өсөн ата-әсәләргә мәктәп администрацияһына мөрәжәғәт итергә кәрәк. Үҙең менән баланың тыуыу тураһында таныҡлығын һәм уның йәшәү урыны буйынса теркәлеү тураһында таныҡлығын алып килеү мотлаҡ.
Төбәктең Мәғариф министрлығы хеҙмәткәрҙәре фаразлауынса, быйыл республикала 43 меңдән ашыу бала беренсе класҡа бара.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Электрон почта
inf@bashinform.ru
Адресы
450077, Уфа, Кирова, 45
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Ҡабул итеү бүлмәһе
(347) 250-05-07
Хеҙмәттәшлек
(347) 250-06-14
Кадрҙар бүлеге
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика